

Былтыр декабрь айы кисендә Павловка ауылы клубы янында бер ир боларып, тәртип боҙоп йөрөй тигән хәбәр булғас, полиция килә. Һалмышты машинаға ҡоҙалайҙар, ул тыныс ҡына полиция автомбиленә ултыра, әммә бара торғас, бының ене ҡотора – полиция хеҙмәтҡәренең битенә ике тапҡыр һуға. Өсөнсө тапҡыр ҙа елгәрер ине, хоҡуҡ һаҡсыһы ҡулы менән ҡапланып өлгөрә. Наркология бүлегнә алып килгәс тә тыныслана алмай һуҡмыш, баяғы полиция хеҙмәтҡәрен яуырыны менән этеп ебәрә, тегеһе шкафҡа бәрелә, был ғына аҙ тип уйлаптырмы, Павловка клубынан алып килтерелгән ир полицейскийҙың ботона тибә, коридорға алып сыҡҡастарын, йәнә өҫтәй – погонлының аяҡтарын типкеләй.
Һуғыш суҡмарына ҡарата енәйәт эше асалар. Әлбиттә, айныған ир үҙ ғәйебен таный, уның һаулығы ла бик шәптән булмаған икән – ошоларҙа иҫәпкә алып, суд Павловка иренә 20 мең һум штраф һәм, мораль зыянды ҡаплар өсөн, 15 мең һум түләргә тигән ҡарар сығарған.