

Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалта ауылы халҡы исеменән һеҙгә оло үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙең ауылыбыҙ бай тарихлы — тап ошо ерҙә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, күренекле шағир, прозаик, драматург һәм тәржемәсе Баязит Бикбай тыуып үҫкән. Уның менән дан алған. Күп яҡлы ҡабатланмаҫ талант эйәһенең бай рухы, оло ижады халыҡ күңелендә йәшәй. Ауылынан ситкә киткәс тә, Ерек шишмәһен һағынып ҡайтҡан ул. Тирә-яғын таҙартмайса күңеле тынысланмаған. Беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотайыҡ. Ауыл зыяраты — һәр беребеҙ өсөн изге урын. Бында ауылдаштарыбыҙҙың нисә быуын быуыны, ата-бабаларыбыҙ, яҡын ҡәҙерле кешеләребеҙ мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Бөгөн уларҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп, зыяратты тәртипкә килтереү — беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Бының өсөн аҙ ғына ярҙам да мөһим.
Ерҙәштәр, беҙ зыярат ҡоймаһын яңыртыу өсөн ирекле иғәнәләр йыйыу иғлан итәбеҙ. Был эштә һәр кемдең өлөшө мөһим! Кем күпме булдыра ала — һәр бер һум уртаҡ изге эшкә ҙур этәрелеш буласаҡ. Аҡса йыйыу һәм эштең барышы тураһындағы бөтә отчеттар даими рәүештә асыҡ баҫылып барасаҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп ата-бабаларыбыҙҙың ҡәҙерле иҫтәлеген һаҡлайыҡ һәм яҡындарыбыҙҙың рухын ололау өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырайыҡ!
Нисек ярҙам итергә: 8 (987) 478-69-12 телефон номеры буйынса аҡса күсерергә була (алыусының исеме-шәрифе сығасаҡ). Халыҡ әйтмешләй, “тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү” сауаплы ғәмәл.
Ильяс БИКБАЕВ, Яңы Ҡалта ауылы старостаһы