

Улар, яҙ көнө, тиҙерәк һуғыш бөтөп Еңеү килеп, егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарына арнап ниәт итеп әйткәйнеләр. Тунасовтар ғаиләһенә изге эштәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Иҫәнлек-һаулыҡ, мал тыуарҙарығыҙҙың бәрәкәтен күреп, балаларығыҙҙың изгелек-игелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Шулай уҡ ауылыбыҙ хәҙрәте Сәғит Муса улы Солтангәрәевкә барса изге эштәре өсөн, һәм ошо ҡорбан итен ыҫларға тапшырып, хәйер саҙаҡа итеп үҙ исеменән түләгәне өсөн Аллаһы Тәғәләнән мең рәхмәттәр яуһын. Башҡарған эштәрегеҙ уң булһын, илдәребеҙ тыныс, улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Альбина КИЛМӘТОВА, Яңы Таймаҫ ауылы мәҙәнит йорто етәксеһе, ирекмән