

Ҡала бәләкәй, Ә. Шәмиғолованың китеүе һәм уның урынына кем килеүе хаҡында күптәр алдан уҡ белде. Күмертауҙа сер һаҡлауы ҡыйын. Ҡала хакимиәтенең ултырыштар залына, әлеге ҡоролтай йыйылышына, килеп ултырғас та, кемдер бышылдап ҡына белеште: нисегерәк ул был кеше? Ҡыҙыҡ инде, министр вазифаһы түгел дә ҡоролтай рәйесе урыны, әммә барыбер, уның дәрәжәһе ҙур ахры.
Лена Ғәббәсова тиҙ үҫте. Ҡалала әллә уның килгәнен генә көтөп торғандар, уңға барһаң да Лена Дим ҡыҙы тиҙәр, һулға боролһаң да М. Исҡужин исемендәге прогимназия директорын һөйләйҙәр. Кадрҙар юҡ, бигерәк тә, милли кадрҙарға ҡытлыҡ. Ҡала башлығы ла яңы рәйескә ҡарата йылы теләктәр әйтте, Фәнит Насип улы ла һүҙҙәрен йәлләмәне, хатта былай тип ҡуйҙы:
- Лена Дим ҡыҙын күптән беләм. Һәйбәт етәксе, белгес. Әммә бер ҡыйыш, насар яғы бар....
Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда баҫыла.