Йәшәйеш
4 Июля , 10:47

Илкәнәйҙең бренды нимә?

Һеҙҙең бөгөнгө байрам район Һабантуйын уҙҙырҙы, егет-ҡыҙҙар!

Илкәнәйҙең бренды нимә?Илкәнәйҙең бренды нимә?
Илкәнәйҙең бренды нимә?

Район буйлап һәр ул үҙ брендын уйлап табып, ниндәй ҙә булһа байрам үткәрергә тейеш (был хаҡта кисә генә яҙҙыҡ). Рөстәм Вахитов, Илкәнәй ауылы башлығы, өс көн элек кенә нимә үткәрергә икән, тигән кеүек елкәһен тырнап йөрөй ине...

Илкәнәйҙә Тамъян ырыуы йыйыны булды. Әлбиттә, тарих, шәжәрә хаҡында күп һөйләнеләр, күрше-тирәнән Тамъян ырыуына ҡараған туғандар килгән, әммә, иптәштәр, был ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булды. Масштабы ҡалай!

Төрлө күргәҙмә, тирмәләр, һатыу нөктәләре, былары тәбиғи, өйрәнеп бөтөлгән, ә бына ябай ғына байрамды ҙур итеп ебәрергә ҡайҙан көс, дәрт ала илкәнәйҙәр, баш етмәй. Һылыуҡай конкурсы. балыҡ тотоу, көрәш... Илшат Мәзитовтың техникаһы күргәҙмәһе аяҡтан йыға яҙҙы, янда торған Тимер бабай бөйөргә төртә: ҡара, бындай техника районда башҡа юҡ. Әйткәндәй, Илшат Рәшит улы сәхнәгә алдынғы эшселәрен сығарып, грамота, бүләктәр таратты, һәр бер егетен, үҙ балаһылай күреп, яратып бирҙе: был сама эшсәнде район һабантуйында ла ҡотламанылар. 

Был ғәжәп матур байрам хаҡында тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә баҫыла.

Автор:
Читайте нас