

Горный Ключ (Баян) ауылында зыяраттарын кәртәләргә тотонғандар, барыһын да ауылдаштар үҙ көстәре менән йырып сығырға ҡарар иткән. Ауылдың әүҙем кешеһе – Наил Баянов башланғысы менән был изге эшкә тотонғандар. Зыяратҡа аҡсаны ауыл депутаты Минзия Баянова йыя, әле төҙөлөш өсөн ҡайһы бер материалдарҙы алып ҡайтып, тимер бағаналарҙы ултыртып сыҡҡандар. Район башлығы Лира Тереғолова ла был эште хупланы: ППМИ программаһына зыяратты индереүҙе туҡтатырға кәрәк, ауылдарҙа аҡса һорап ятҡан башҡа объекттар ҙа күп, ә зыяратты кәртәләү, уны таҙа тотоу – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Иш янына ҡуш: Яҡуп ауылының ППМИ ярҙамында кәртәләйем тигән зыяратына бәйле ғауға ла башлыҡты былай тип әйтергә этәргәндер. Нимә иҫкә төштө: райондың элекке башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, киреһенсә, ППМИ-ға зыяратты индерегеҙ, зыярат тиһәң, аҡсаны, йәлләмәй, бирәләр ул, ти торғайны. Ваҡыт үтә, заман үҙгәрә, кешеләр, тимәк, талаптар ҙа үҙгәрә икән.