Йәшәйеш
6 Июль , 02:36

Фәнис Мансур улына, Гөлфиә Нурис ҡыҙына ҙур рәхмәт!

Шулай уҡ Минефәиз менән Нурия Хәлиловтарға ла рәхмәт.

Фәнис Мансур улына, Гөлфиә Нурис ҡыҙына ҙур рәхмәт!Фәнис Мансур улына, Гөлфиә Нурис ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Фәнис Мансур улына, Гөлфиә Нурис ҡыҙына ҙур рәхмәт!

Беренсе Кинйәбыҙ ауылы юҡ инде күптән. Был турала "Юшатыр" бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты. Ауылдаштар өсөн ауыл һаман да тыуған төйәк булып йөрәктәрендә һаҡлана. Былтыр бик матур осрашыу үткән ине. Быйыл ауылыбыҙ урынында ултырған мемориаль комплексты яныртыу бара. Уны яртылаш әҙер тиергә була. Мәсетте лә матурлап эшләп бөтөрһәк, бәлки, ошо яңыртылған мемориаль комплексын асыу тантанаһын уҙғарырбыҙ. Әлеге ваҡытта ауыл урынын тәрбиәләү бара. Ауылыбыҙҙың уңған кешеләре Минефәиз һәм Нурия Хәлиловалар трактор саба алмаған ерҙәрҙе матурлап сабып сыҡтылар. Өмөтәй шишмәһен дә таҙартып ҡуйҙылар. Ә кисә, Свобода ауыл биләмәһе рәйесе Рахманғолов Фәнис Мансур улы инициативаһы менән, ауыл урамы матур итеп сабылды. Шоссе юлы трассаһына хәтлем. Рәхмәт, Фәнис Мансур улына һәм трактор менән тәьмин итеүсе Рахманғолова Гөлфиә Нурис ҡыҙы етәкләгән фермер ауыл хужалығына. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, игелектәр булып кире ҡайтыр. Комплексты яңыртыуға иғәнәләр, хәйерҙәр биреүсе ауылдаштарға, шулай уҡ күрше ауыл кешеләренә Аллаһ сауаптарын насип итһен.

Изге теләктәр менән Азат Хәлилов.

Автор:
Читайте нас