

М. Сәғитованы ҡотларға тип, ҙурлап, беҙҙе лә эйәрттеләр. Керәүле ауылы башлығы И. Ворошилов, район Йәмәғәт палатаһы рәйесе Э. Васильева. Һааайй, ошо Кинйәбайға барып ҡайтыуҙары! Бигерәк шәп халыҡ бит улар, кинйәбайҙар менән аралашҡандан һуң йәшәге генә килеп тора, улар үҙҙәренең дәртен башҡаларға йоҡтора.
Мәймүнә инәйҙе ҡотларға, бөтөн ауыл булмаһа ла, күп кеше йыйылды, ауыл ағинәйҙәре (ҡайҙан ала улар көс?) лә бында. Улар юбилярҙы тәбрикләп, бер түгел, әллә нисә йыр башҡарҙы. Ауыл башлығы ла ҡыҙып китте: "Уфтанма"ны, ҡушылып, башҡортсалап, йырлап ултырҙы. Мәймүнә инәй хәтәр инәй (күҙҙәр генә теймәһен), үҙе йор, ирмәк һүҙле, үҙенең етешмәгән эше юҡ, беҙ барыуға, әле генә триммер менән үлән саптым, тип тора...
Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә бирелер.