

Сарала Белорет, Стәрлебаш, Ишембай, Көйөргәҙе һәм Стәрлетамаҡ райондары делегациялары, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Был мәртәбәле һәм ҙур күләмле сарала Фәнис Рахманғолов – Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе; Лена Ғәббәсова – Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һәм район, ҡала делегаттары булды. Республиканың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан булған вәкилдәрҙе берләштергән сараның маҡсаты ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популялаштырыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, айыҡ йәмғиәт ойоштороуға йүнәлтелгән уңышлы тәжрибәләр менән бүлешеү.
Был эш сәфәренең тағы ла күңелдәрҙе дәртләндереп, ең һыҙғанып эшләргә дәрт биреүсе бер матур өлөшө булды. Яңы Мораптал ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлназ Финират ҡыҙы Хәмитоваға Мәҙәниәт министрлығынан традицион ҡиммәттәрҙе популярлаштырғаны, мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө һәм "Айыҡ ауыл" етенсе республика конкурсы сиктәрендә мәҙәни-ағартыу сараларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Рәмилә РАХМАНҒОЛОВА, Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы
Хат тулы вариантта гәзиттә кисә баҫылды.