Йәшәйеш
13 Июля , 02:37

Бөгөн ял, силсәүит эшләмәй

Йөрөмәгеҙ, һарыҡтар.

Бөгөн ял, силсәүит эшләмәйБөгөн ял, силсәүит эшләмәй
Бөгөн ял, силсәүит эшләмәй

Улар силсәүиткә килгән. Кисә. Аңра тиһәң дә аңралар инде, йәкшәмбе көнө кем эштә ултырһын? Ауыл башлығы үҙе отпускыла, етмәһә. Ниндәй нужа йөрөтәлер был бәрәндәрҙе, әҙәм балаһына ҡарағанда, бөгөн уларға рәхәтерәк, юл юҡ, һыу юҡ йәки зыяратты дөрөҫ кәртәләмәгәндәр тип борсолаһы түгел, бөтәһен дә хужалары хәстәрләй. Бәлки, ана шул хужаларына ялыу әҙерләп алып килгән булғандарҙыр, йүнле ҡарамай, рәнйетә тип. Беҙҙә бит хәҙер бөтөн бәләләрҙә лә силсәүит ғәйепле, бензин юҡлыҡта ғына әле, нисектер, улар сәбәпсе тип әйтмәнеләр. 

Ауыл хакимиәтенең һеҙҙән башҡа ла мәшәҡәте йәһәннәм. Санкцияланмаған сүп полигондарын юҡ ит тип, әллә нисә йыл башын ашанылар, ППМИ-һы менән йәнен үртәнеләр, етмәһә, бөтмәҫ байрамдары хәлен ала (бер ауыл башлығы "беҙ хәҙер культработникка әйләндек" тине, әсенеп). Ял итһен аҙ ғына булһа ла. Йөрөмәгеҙ, бәрәндәр. Ялыу яҙыусы, мыжыусылар һеҙҙән башҡа ла етерлек.

Автор:
Читайте нас