

Күмертауҙа (башҡа ҡалаларҙа ла) автомобилдәрҙе ҡуйыр урын менән бәлә - ҡайһы берәүҙәр уның өсөн һуғышып та китә (ҡышын, үҙеңә тип, йәтешләп, ҡарҙан таҙартып ҡуйҙың, магазинға барып әйләнгәнсе, бер йылғыры унда инеп тә ултырған: әҙергә-бәҙер). Йөрөп ятҡан машиналар ғына стоянкаларҙа торһа ни асыу, кемдер, йәтеш урын таптым типме, автомобилен ҡайҙа күҙе төшә, шунда ташлай ҙа китә. Бына был Жигули инде бер йылдан ашыу ошо ихатала йәшәй. Тәгәрмәс тындары ла сығып бөткән, үпкәләгәндәй булып, бөршәйеп кенә ултыра.
Хужаһы ҡайҙа, ниңә техникаһын онотҡан - береһе лә белмәй. Беҙ Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең ҡала хужалығы бүлегенә (отдел городского хозяйства) рәсми белдерербеҙ, ахры, юҡһа, бахыр машинаның янына килеп, хәлен белгән, уны йәлләгән, ғөмүмән, уның турала уйлаған кеше был донъяла юҡ, буғай.