

Киң япраҡлы был үҫемлек баҡсала иртә яҙҙан баш ҡалҡыта ла йәй буйы һабағынан татлы ҡайнатма, дегәнәккә оҡшаған киң япрағынан бәлеш бешерергә мөмкин. Ирәүәндән ҡайнатма әҙерләгән һайын уның төҫө лә, тәме лә төрлө була, барыһы ла үҫемлектең ҡыҙыл һәм йәшел һабағына бәйле. Журналыбыҙҙың әүҙем уҡыусыһы, Күмертау ҡалаһынан Розалия Әғләм ҡыҙы Хәйруллинанан ирәүәнгә сәтләүек ҡушып эшләнгән үҙенсәлекле ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ. Бер килограмм ирәүәндең һабағын таҙаларға, ваҡ киҫәктәргә турап, 800 грамм шәкәр һибергә. Ун сәғәткә эмалле һауытта һуты сыҡҡансы ҡалдырырға. Һуңынан һөҙгөс менән ирәүән киҫәктәрен алып, һутҡа тағы ла 800 грамм шәкәр өҫтәп, ҡайнап сыҡҡансы бутап торорға. Шунан унда яңынан ирәүәнде һалырға ла уттан алырға. Бер сәғәт үткәндән һуң яңынан 5 минут ҡайнатырға. Артабан инде стакан ярым грек сәтләүеге һибеп, тағы ла 3 минут ҡайнатырға һәм иҫ киткес тәмле ҡайнатма әҙер.
Регина КАМАЛОВА. https://bashkizi.ru
Әйткәндәй, Розалия Әғләм ҡыҙының бөгөн тыуған көнө, беҙ уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, тормошоғоҙ үҙегеҙ ҡайнатҡан ҡайнатма кеүек, татлы булһын! Уның тәмдәрен туғандар, яҡындар менән бергә тойоп, иҫәнлектә генә йәшәргә яҙһын!