Йәшәйеш
17 Июля , 02:45

Иҫән ҡайтһын улдарыбыҙ!

Өсөнсө көн Яҡут ауылы мәсетендә, мөслимәләр, ауыл хәҙрәте Раүил Кәрәмәт улы менән берлектә, һөйләшеп, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләрен, аталарын ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Сарала шулай уҡ бөгөнгө көндә тыуған иле өсөн хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙең ата - әсәләре лә ҡатнашты.

Иҫән ҡайтһын улдарыбыҙ!Иҫән ҡайтһын улдарыбыҙ!
Иҫән ҡайтһын улдарыбыҙ!

Рәүил хәҙрәттең вәғәздәрен, уҡыған аяттарын, һалдаттарыбыҙҙың имен- аман булыуҙарын, әрүәхтарға ҡылған доғаларын тыңлағандан һуң хәйерҙәр таратылды.
Шуныһы ҡыуаныслы бында хатта Гөлфиә абыстайыбыҙ аманат итеп ҡалдырылған хәйер таратты, бик алыҫтарҙан ебәрелгән мәрхүмә Мәүлиҙә Сәнә ҡыҙы, Ҡаҙан ҡалаһында йәшәһә лә сығышы менән Яҡут ауылынан ул, ошо апай исеменән ебәрелгән бик ҡиммәтле француз яулыҡтары, бар булған ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгәндер. Мәүлиҙә Сәнә ҡыҙына айырым үҙенә доғалар ҡылынды.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙа мәсеткә йөрөгән бер төркөм Дин әһелдәре "Бәрәкәт" журналына яҙылалар күп данала, бөгөнгө сараға килгән ҡунаҡтар ошо журналдың яңы номерын ҡулдарына алдылар.
Сәй өҫтәле артында ла бик матур теләктәр теләнде, илдәр имен- генә булһын, тыныслыҡ кәрәк тип теләне әсәләр!
МХО- ла хеҙмәт иткән улдарыбыҙ менән, бөтә ауыл халҡы ғорурланыуы тураһында бик матур теләктәр булды.
Сараға һалдат әсәләре Зөлфирә Күсмаева, Зөһрә Ишдәүләтова, Гөлназ Ялсыҡаева, Хәсәнов Хәйрулла, яңыраҡ хәләл ефете МХО- ла һәләк булған Гөлсәсәк Душмухаметова саҡырылғайны.
Сара барышында төрлө донъя хәлен һөйләп ата- әсәләр моңһоуланып та, көлөшөп тә алды. Ысынлап та, ошондай матур саралар бик кәрәк әсәләр өсөн, ауыр уйҙарынан бер аҙ арынып алдылар, алдағы көндәр тик изгелекле булһын тип таралыштыҡ. Егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
Ошо көндәрҙә дүрт йылдан артыҡ МХО- ла хеҙмәт иткән Мирас Ишдәүләтов ике аҙнаға ялға ҡайтҡан. Бик ҡыуаныслы хәбәр барыбыҙ өсөн!
Зөлфирә Айрат кыҙының улы ауыр яраларҙан һуң тыуған яғына ҡайтҡан, әсә кешегә бер аҙ күңеленә тыныслыҡ килгән, шул турала ишеттек.
Мәсеттәргә йома намаҙҙарына йөрөйөк, изге теләктәр ҙә булайыҡ тип ашҡа доға ҡылдыҡ.
Ошо сарала йөгөрөп аш һыуҙар әҙерләгән Яҡут ауылы мөслимәләренә теләктәрҙең иң изгеләре булһын!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.

Автор:
Читайте нас