

Бында бер туғаныбыҙ ҙа юҡ (минең өләсәй татар милләтенән ине, урыны ожмахта булһын, әммә ул, ҡайҙандыр, Ырымбур яҡтарынан, Зәктеке түгел), ахры, әммә килдеңме үҙеңдеңде тап ошо ауылда тыуған кешеләй хис итәһең, зәктәр ҡунаҡсыл, ихлас, асыҡ халыҡ. «Тәмле-Фест»ҡа булғанда ла, һине йүнләп белмәгәне лә килеп күреште, хәлдәрҙе һораны, "баныуынан ауыҙ ит, быны тәмләп ҡара" тип ризыҡтарын һондо, әйтерһең, ғүмере буйына ауыҙға-ауыҙ терәшеп, сөкөрләшеп йәшәгән кешеләр. Сәриә апай Рәхимова, өҙмәй ҙә ҡуймай, йортона әйҙәне, киттек беҙгә, сәй эсербеҙ. Күңел тулышты ла китте: һай, үҙебеҙҙекеләр! Матур күңелегеҙ менән беҙҙең йөрәктәргә нур сәстегеҙ, мәңге йәшәгеҙ, абый-апалар.
Зәк-Ишмәттә йәнә лә бер бик яҡын туғаныбыҙ бар – Рәмилә Аҡбәрова. Уны белмәгән кеше юҡ, үҙе артист, үҙе уңған хужабикә, ҡул эштәренә лә оҫта, белмәгән һөнәре юҡ та шикелле. Рәмилә апай «Юшатыр» гәзитен уҡып ҡына ҡалмай, теге йәки был мәҡәләгә ҡарата үҙ фекерен әйтә, быныһы ғына аҙ, Зәк-Ишмәттә булған һәр сара-ваҡиға тураһында беҙгә, түкмәй-сәсмәй, яҙып тора. Бында ла уның матур булмышы сағыла: ауылдаштарын маҡтап туя алмай, Әнүәребеҙ бик шәп, Гөлсарабыҙ, Миләүшәбеҙ, Әлфиәбеҙ ҙә үтә шәптәр тип, һәр береһен күккә күтәреп, рәхмәттәр әйтеп яҙыр апай ул.
Беҙ Рәмилә апайға күптәндән бүләк әҙерләп ҡуйған инек. Уны бирергә әмәле сыҡмай ҙа ҡуя. «Тәмле-Фест» тап беҙ бүләк бирер ваҡиға булды. Бәләкәй генә бүләгебеҙҙе, ниһайәт, апайыбыҙға рәхмәттәр әйтеп, тапшырып ҡуйҙыҡ.
Яҡшы кешегә бер бирһә бирә лә ҡуя, Р. Аҡбәроваға Күмертау татарҙары конгресы рәйесе Гөлбаныу Исхаҡова ла үҙенең бүләген алып килгән икән. Былай булыуын апайыбыҙ үҙе нисек кисергәндер, беҙ илереп ҡыуандыҡ: Рәмилә Мансур ҡыҙы, ысынында, быларҙан да ҡиммәтерәк бүләктәргә лайыҡ.
Беҙҙең ҡөҙрәтебеҙҙән килмәгән, беҙ бирә алмаған ғүмер бүләктәрен, Аллаһытәғәлә һиңә үҙе бирһен, апай – иҫәнлек, күңел тыныслығын, ана һәм бала бәхеттәрен.
Саҡ ҡына алдараҡ: Зәктә бөгөн «Тәмле-Фест» гөрләй