Ни хәлдә һеҙ, туғандар
Яҡынайһын аралар.
Донъяларҙы бер гөрләтеп
Әйҙәгеҙ күрешәйек.
Ғүмер үткәс үкенмәйек,
Йышыраҡ күрешәйек! – тап ошо йырҙағы кеүек туғандарҙы осраштырып, күрештерҙе Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Нәсимә һәм Рәфҡәт Аксаровтар.
Нәсимә апай, Рәфҡәт еҙнә, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, кейәүҙәре, килендәре, яҡын туғандары ҡаҙан аҫып, усаҡ яғып, сәйҙәр ҡайнатып, мул табын әҙерләп туғандарҙы ҡаршы алды.
Осрашыуға 100-гә яҡын туғандар йыйылды. Был көн барлыҡ яҡындарҙы берләштерҙе, балаларҙы бер-береһе менән таныштырҙы, туғанлыҡ ептәрен нығытты. Осрашыу һөйләшеп, бейеп-йырлап, уйнап бик күңелле матур үтте. Ошо матур сараны ойоштороусыларға, йүгереп йөрөп табын әҙерләүселәргә, туған йәнле туғандарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, хәлдәрен һорашып, ярҙам итешеп, яҡшы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй йәшәйексе, туғандар. Артабан да туғанлыҡ ептәрен һаҡлап йәшәргә насип булһын.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең үткән һанында сыҡты.