Йәшәйеш
27 Июля , 08:54

Тағы ла күрешергә насип булһын

25 июлдә бер туған Әлибаевтар исемендәге Яманһары 8 —йыллыҡ мәктәбен 1976 йылда тамамлаусы класташтар йыйылышты. 8 класты тамамлауға 50 йыл —ярты быуат.

Тағы ла күрешергә насип булһынТағы ла күрешергә насип булһын
Тағы ла күрешергә насип булһын

Бер — береһен һағынышҡан, осрашып — күрешергә ашҡынған класташтар тулҡынланып, дәртләнеп көттө билдәләнгән көндө.
Ҡай берҙәребеҙ нәҡ ярты быуаттан осрашты был көндө.
Осрашыу бик күңелле үтте.
Мәктәп йылдарын, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, мажаралы хәлдәрҙе,уҡытҡан уҡытыусыларҙы, мәктәп йылдарында үткәрелгән төрлө сараларҙы иҫкә алып, йырлашып — бейешеп, ауылыбыҙҙың матур урындарында иҫтәлеккә фотоларға төшөп,бала саҡ эҙҙәренән үттек.
Сусаҡ тау башына менеп, ауылды күҙәттек, быуабыҙҙа һыу инергә лә өлгөрҙөк.
Ошо осрашыуҙы ойоштороусы класташ егеттәребеҙ Рәмил Урманцев менән Закир Тураев һәм уларҙың тормош иптәштәре Менәүәрә һәм Тәнзиләгә, шулай уҡ уларға ярҙам итеүсе ҡыҙҙарыбыҙ Мәүә һәм Филүзәгә, һәм сараның башынан аҙағына тиклем ихлас ҡунаҡ итеп һыйлап йөрөүсе ауыл клубы мөдире Зөлфиә Сынбулатоваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Осрашыуҙан барыбыҙ ҙа илһам, көс, дәрт алып, киләһе осрашыуҙарҙы ла күрергә яҙһын, тип таралыштыҡ.

 

Гөлназ Йәмилева, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас