

Был көндө барыбыҙҙа тулҡынланып, һағынып көткәнбеҙҙер тип уйлайым, сөнки был осрашыуҙа хәтирәләр ебен һүтеп, киренән ғәмһеҙ бала саҡ йылдарына ҡайтып килдек. Беҙ 1981 йылда Мораптал ауылы урта мәктәбен тамамлаусылар, йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, йөрәктәребеҙҙә шул уҡ шатлыҡ осҡондары, күңелдәребеҙҙә оло тулҡынланыу менән йылы осрашыуға йыйылдыҡ.
Ошо оҙон ғүмер юлында һәр беребеҙ үҙ яҙмыш юлын үтте, үҙ ҡыуаныстарыбыҙҙы һәм ҡайғыларыбыҙҙы кисерҙек. Бына тап мәктәп йылдарында бергә үткән юлдар, кисергән уртаҡ йылы хәтирәләр беҙҙе ҡабат осраштырҙы.
Был осрашыуҙың иң ҡәҙерле ҡунағы – беҙҙең класс етәксебеҙ Агишева Лилиә Абдул ҡыҙы ине. 88 йәшенә ҡарамаҫтан, ул шундай уҡ нурлы йөҙлө, йомшаҡ йыл һүҙҙәре менән беҙҙең күңелдәргә йылы өрҙө. Уның уҡыған шиғырҙары, һөйләгән көлкөлө мәктәп йылдарындағы хәтирәләре беҙҙе ҡабат мәктәп йылдарына алып ҡайтты. Үҙебеҙсә рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, оло ихтирам белдереп уҡытыусыбыҙға сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ. Артабан да ауырымай-һыҙланмай, яҡындарын ҡыуандырып, ихтирамдарына һәм иғтибарҙарына күмелеп ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Әйтергә кәрәк, беҙ класта байтаҡ бала инек – 8-се класҡа тиклем 40 –тан ашыу бала. Шуға күрә беҙҙе ике параллель класҡа бүлделәр. Был кластарҙа Ҡалта, Красный Маяҡ, Мораптал ауылдарынан йыйылған балалар белем алды. Беҙҙең класҡа йыйылған һәр бала үҙенсәлекле, һәләтле, маҡсатлы ине. Староста булған егетебеҙ – Урал Исхаҡов ысын мәғәнәһендә етәксе булды.
Фәүриә Йосопова- Ялсыҡаева, Үрге Баба ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.