Йәшәйеш
31 Июль , 07:50

Ырымдар

Диуана. Байбисә! Байбисә! Ирмәк булды! Ирмәк булды! Күктә айҙың сите кителеп төштө.

ЫрымдарЫрымдар
Ырымдар

Икенсе аҡһаҡал. Үл, Диуана, бушты һөйләп йөрөмә.
Диуана (ишеккә йүгереп бара). Ана, ана, үҙең сығып ҡара! Айҙың сите китек!
Өсөнсө аҡһаҡал (ишеккә бара). Көткәнебеҙ килде. Донъя бөтә, йәйәжүҙ-мәйәжүҙ айҙы кимерә.
Дәрүиш. Айһыҙ ҡалаһығыҙ тип әйттем бит мин.
Беренсе аҡһаҡал. Ай һүнә!

Далала мал тауышы. Эт өрә. Тирмәлә ығы-зығы.

Тауыштар. Ай һүнә! Ай һүнә!
Икенсе аҡһаҡал. Боҙоҡлоҡ күп ерҙә, боҙоҡлоҡ күп!
Тауыштар. Боҙоҡлоҡ күп! Харап булабыҙ. Бары ла ошолар арҡаһында килгән ҡәһәр!
Дәрүиш. Аҡһаҡалдар, тәкбир әйтегеҙ.

М. Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһынан өҙөк был. Тәбиғәттең һәр күренешен үҙенсә япһарғандар элек тә булған, әле лә барҙар. Ай тотолоғанды аламаға юрауҙар бөттө, ә ваҡ-төйәге шул килеш ҡалды.  Ырымдарға мөҡиббән китеп, ҡай саҡ үҙебеҙҙең үҙебеҙ кәйефен бөтөрәбеҙ, шик-шөбһәгә күңел тиҙ ышана, бирелә: буш күнәк тотоп ҡаршы кемдер сыҡты - юлың уңмай, буш йүгәнлеһе менән дә шулай, ҡара бесәй менән дә. Тоҙ түктең -йән-фарман кем менәндер талашырға тура килер мотлаҡ. 

Һанаһаң, һанап бөтөрөрлөк түгел. Ыңғайҙары ла бар, әлбиттә, һул яҡ усың ҡысыһа, аҡсалы булаһың.

Ялсыҡай ауылындағы айҙы йәйәжүҙме, мәйәжүҙме (фотола) ашамаҡсы булған. Әммә йота алмаған - ҡулынан килмәй торған эш был, айҙы, ҡояшты, тимәк, өмөттө һүндерә торған көс юҡ әле йыһанда. Әлдә шул өмөт бар, шуға ышанып, һәр нәмәне, күренеште хәйерлегә юрап, алға ҡарап китеп барыш. 

Автор:
Читайте нас