Йәшәйеш
2 Августа , 07:02

Мәзитовар артабан да бергә, берҙәм булып йәшәһен!

Тыуған яғым, Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында, кисә Мәзитовтарҙың шәжәрә байрамы гөрләп үтте.

Мәзитовар артабан да бергә, берҙәм булып йәшәһен!Мәзитовар артабан да бергә, берҙәм булып йәшәһен!
Мәзитовар артабан да бергә, берҙәм булып йәшәһен!

Фотола бөтәһе лә түгел, төрлө сәбәптәр арҡалы килә алмаусылар бик күп булды. Ошо ҙур сараны ойоштороусы Миләүшә апай Карамат ҡыҙына, алып барыусы Айгөл Нәзир ҡыҙына, айырмайынса hәр бер килгән туғандарыма ҙур рәхмәтлемен.
Шәжәрә байрамы әруахтарға доға ҡылыуҙан башланды, уны Нажия инәй Рафаэль ҡыҙы уҡыны. Артабан байрам йыр, бейеү, шиғыр һөйләү, гитарала уйнау менән дауам итте. Азат Карамат улы Мәзитов ҡорбан салған, бик тәмле туҡмас ашы һәм былау әҙерләне инәй-апайҙар.
Сара аҙағында күмәкләшеп, муллыҡтан һығылып торған, өҫтәл артына йыйылдыҡ. Күңелле аралашыу, фотоға төшөү менән дауам итте байрамыбыҙ. Мәзитова артабан да бергә, берҙәм булып, үҙ нәҫелен, ырыуын белеп йәшәһен. Саранан бик шатланып, ҡыуанышып таралыштыҡ.
Альбина Моратова, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы

Автор:
Читайте нас