

1940 йылда тыуған апайыбыҙ, хәҙер шул мәлдәрҙән әлеге көнгә тиклем булғандарҙы күҙҙән үткәрһәң... Ҡәһәрле һуғыш (Фәниә апай сабый ғына булһа ла, һуғыштың касафатын тәне, йәне аша үткәргәндер), аҙаҡ шул һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөү, аслыҡ, яланғаслыҡ, юҡлыҡ... Совет осорондағы сағыштырмаса тыныс осор (торғонлоҡ), Афған һуғышы, үҙгәртеп ҡороу, үҙгәртеп ҡора торғас, илде тарҡатып ҡуйыу, пионер, комсомол, партия тураһында онотоп, бөтөнләй башҡа донъяға барып эләгеү, туҡһанынсы йылдарҙағы ығы-зығы, 2000 йылдар башындағы тағы ла сағыштырмаса тыныс осор, унан йәнә һуғыш...
Күпте күреп-кисереп, тормош тәжрибәһен байтаҡ туплаған кеше булараҡ, Фәниә апайыбыҙ өсөн һәр көн – ожмах. Әле август ҡояшы нурҙарына ҡойоноп ултыра, батшалар тәхетендә ултырамы ни – рәхәт. Йәшәү ләззәттәрен унан да яҡшыраҡ аңлаған, тойған, ҡәҙерен белгән кеше юҡ һымаҡ. Ауылдың теге осонда кемдер сүкеш туҡылдата, кемдеңдер эте өрә, бар тауыштар, хатта, тенкәгә тейеп, ауыҙға инеп барып, безелдәп осҡан себендәренә тиклем шул тиклем танһыҡ, яҡын. Был донъяларҙа йәшәүе үҙе бәхет.
Ошо рәхәтлектәрҙе тағы ла оҙағыраҡ татып, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын һиңә, Фәниә апай.