

Покровка-Керәүле юлына асфальт һалып йөрөйҙәр (көнләш, Таймаҫ, көнләш, Яҡшымбәт, Тимербай). Әлбиттә, ул Керәүле-Илюшкинға тиклем барып етмәй, шулай ҙа, һәйбәт.
Ниңә ҡапыл ғына бер йыл элек үк эштән киткән элекке башлыҡ иҫкә төштө? Беҙҙә йыш ҡына шулай: вазифалы кеше киттеме, артынан көл генә һибеп ҡалмайҙар, башлыса, алама яҡтарын иҫкә алырға, әрләргә тырышалар (М. Рәхимовты иҫләгеҙ).
Ә бына яҡшы яҡтарын әллә оноталар, әллә юрамал иҫкә алмаҫҡа тырышалар.
Яңы ғына хат алдыҡ. Зәк-Ишмәттән. Унда үҙҙәренең артистарына күлдәк тектергән өсөн (нисә йыл үтте быға!), клубтарының ҡыйығын яңыртҡан өсөн Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа рәхмәт әйтәләр. Шул уҡ клубҡа йылылыҡ үткәрәгән кешене лә онотмағандар - Юлай Ильясов.
Әлеге юлды күргәс тә элекке башлыҡҡа рәхмәт тойғолары тыуҙы, был юлға ремонтҡа әҙерлек (смета-ғәләмәтен эшләп, аҡса һорау, артынан йөрөү) уның заманында башҡарылды, рәхәтен әле күрәбеҙ, күрәсәкбеҙ. Тағы ла Молокан юлы. Нисәмә йылдар зар илатҡан ике километр ғына ара, әле асфальтланды. Был да уның заманында нигеҙ һалынған шәп эш.
Ю.Т. Ильясов менән бергә бер йыл ғына эшләп киткән А.З. Сәйфуллин да иҫкә төштө (әле ул Шишмә районында). Сөгөлдөр пункты янынан үткән юлды күптәр хәтерләй, унан машина менән йөрөрлөк түгел ине, гелән, кеше төшөп сумырлыҡ күләүек, батҡаҡ, соҡор-саҡыр. Был ерҙә әле тип-тигеҙ асфальт ята. Азамат Зәкәриә улы менән шул саҡта һөйләшкәндә, ул былай тигәйне:
- Өс йыллыҡ бюджетты бер юлы тотондоҡ та ҡуйҙыҡ, ә ысынында, асфльт һалыуҙы шул өс йылға һуҙырға тейеш инек. Тик был турала яҙма, йә әрләрҙәр.
Ул саҡта яҙманыҡ, хәҙер ярайҙыр. Рәхмәт һеҙгә, элекке башлыҡтар.