

Ат сабашы, көрәш, баҡанға менеү, ҡатыҡлы көршәктә тәңкә эҙләү булманы, әлбиттә, был - инвестиция һабантуйы тип аталды. Йәғни, олпат-олпат аҡыллы кешеләр, бергә йыйылып (сит илдән дә барҙар), иҡтисад тураһында фекер алышты, әллә нисәмә эшлекле килешеүҙәр ҙә төҙөлдө. Һәммәһе 30 килешеү төҙөлгән, суммаһы - 70 миллиард һум. 2024 йылда ошо уҡ һабантуйҙа, әйткәндәй, килешеүҙәр суммаһы 103 миллиард булған (50 килешеү). Баяғы (баймаҡтарҙың үҙҙәре кеүек әйтәйек әле) аҡыллы, олпат кешеләр араһында, әлбиттә, Көйөргәҙе районынан да байтаҡ ҡына кеше барған. Инвестицияларҙы күп итеп алып ҡайтҡандармы -был турала гәзиттә яҙылыр.