

Беҙҙең халыҡ, үҙен мосолман тип һанаһа ла, бик йыш әллә мәжүсилектән арына алмай (бөтөн халыҡтар ҙа шулай, әйткәндәй, рустар, ана, һаман булһа Масленица байрамын үткәрәләр), әллә тағы ла ниндәйҙер сәбәбе бар, булған дини ҡанундарға үҙебеҙҙән дә ниҙер өҫтәп ҡуябыҙ.
...Яңыраҡ бер билдәле генә кешене ерләнек. Хушлашыу тәүҙә йорто янында булды, күҙ йәштәре, телмәрҙәр... Табутты ишек алдында ултырғыстарға ҡуйҙылар, инде, зыярат яғына ҡуҙғала башлағас, кемеһелер әлеге ултырғыстарҙы ергә йыға башланы, йолаһы шулайҙырмы, бәлки, был өйҙән башҡаса, һис юғы яҡын арала, мәйет сыҡмаһын тигәндән эшләгәндер.
Зыяратта ир-ат күп кенә. Ауыл йәшәй әле тигәнде ошонан да белеп була, ҡайһы бер ауылдарҙа мәйетте ерләргә лә кеше табып булмай. Бер-береһен байтаҡ күрмәгәндәр ҙә бар (зыяраттарҙа урам буйындағына ҡарағанда йышыраҡ осрашабыҙ – килде замана). Зыярат эсендә кемеһелер ҡулын биреп күреште, ә кемгәлер «Шәпме» тип ҡул һуҙғанда, устарын йәшерҙе – ярамай, йә артынан үҙем дә китеп барырмын. Ҡәбер әҙер ине, күмәһе генә бар. Халыҡ байтаҡ булғас, быныһы ла ауыр түгел. Сиратлап күмдек. Көрәктәрҙе бирешкәндә, кемеһелер уны ҡулға тотторманы, ергә ташланы, имеш, көрәкте ҡулға бирергә ярамай, аҙағы насар була. Быларҙың барыһын аңлап була, кеше әжәлдән ҡурҡа, уныһы яҡын ғына йөрөй, теге йәки был ярамаған ҡылыҡты ҡылып, ваҡытынан алда береһенең дә китеп барғыһы килмәй. Зыяратта күрешмәй, ҡулға көрәк тоттормай йәки ишек алдындағы ултырғыстарҙы ауҙарып ҡына үлемдән ҡасып булһа икән.