Йәшәйеш
21 Август , 08:23

Ярар әле һеҙ бар

Был егет-ҡыҙҙар тураһында ишетмәгәне һирәк, улар бик изге эш башҡара.

Ярар әле һеҙ барЯрар әле һеҙ бар
Ярар әле һеҙ бар

Юғалған кешеләрҙе эҙләй. Беҙ - ябай, ҡәҙимге кеше - нисек уйлайбыҙ? Кемдеңдер юғалғаны хаҡында ишетәһең, күрәһең дә аптырайһың: нисек юғала ала кеше әлеге заманда? Үҙебеҙ йәш саҡтар иҫкә төшә, һемтәңләп ҡайҙа ғына, нисек кенә, күпме генә йөрөлмәне, береһе лә арттан эт менән эҙләмәне. Ул заманда кеҫә телефоны, интернет юҡ, ә хәҙер...

"Артус" ирекле эҙләү отряды ағзалары менән быға саҡлы ла таныш инек, әммә кемдер килә, кемдер китә, әлеге беҙҙең редакцияға килгәндәрҙе белмәйбеҙ, яңылар. Яңылар, тик күҙҙәре шулай уҡ яна, дәрттәре тағы әллә нисә кешегә етерлек.

- Беҙҙең отряд исеме тәүге күңелһеҙ хәлдән сығып ҡушылды. 2022 йылда, хәтерегеҙҙәлер, ҡалала бер кеше юғалғайны. Артур. Ҡыҙғанысҡа, уны эҙләү уңышлы тамамланманы. Әммә ошо трагедия беҙҙе берләштерҙе, кеше күп юғала, полицияның ҡулы етмәҫкә мөмкин, был эште үҙебеҙҙең ҡулға алырға кәрәк, тинек. Һәм башланды... Был осорҙан алып нисәмә кешене таптыҡ икән? Беҙ бит Күмертау менән Көйөргәҙе районында ғына эҙләмәйбеҙ, республиканың бөтөн Көнъяғы беҙҙеке тиһәң дә бул, бына кисә генә Ейәнсуранан ҡайттыҡ, унда бер ир юғалған. Кешеләр ниңә юғала? Олораҡ йәштәгеләрҙең киң таралған сире - деменция. Сыға ла китә, ҡайҙа бара, ниңә бара- белмәй. Балаларҙың инде үҙ бәләһе, ата-әсә менән уртаҡ тел тапмаған, үсеккән. Теге ваҡыт Шәбағыштан ике бала сығып киткән...

Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә бирелә. 

Автор:
Читайте нас