Йәшәйеш
23 Августа , 03:28

Йомағужа биҙәге: күп балалы татыу ғаилә тарихы

Өлгөлө ғаилә — милләтебеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең төп терәге. Ул үҙ-ара хөрмәт, мөхәббәт, йолаларҙы һаҡлау, шулай уҡ балаларға лайыҡлы тәрбиә биреү кеүек ҡиммәттәргә нигеҙләнә. Ныҡлы, бәхетле ғаиләләрҙең йәшәү рәүеше һәм бер-береһенә мөнәсәбәте һәр ваҡыт өлгө булып тора.Күп балалы, татыу ғаилә тураһында һүҙ сыҡһа, күҙ алдына үҙ көсө менән тырышып, матур итеп хужалыҡ алып барған, тәрбиәле һәм маҡсатлы балалар үҫтергән ябай башҡорт ғаиләһенең образы баҫа.Шундайҙарҙың береһе -Йомағужа ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Ғәзиз Сәләмовтар ғаиләһе.

Йомағужа биҙәге: күп балалы татыу ғаилә тарихыЙомағужа биҙәге: күп балалы татыу ғаилә тарихы
Йомағужа биҙәге: күп балалы татыу ғаилә тарихы

Гөлнара Рауил ҡыҙы һәм Ғәзиз Минеғәзим улы ҡулға-ҡул тотоношоп татыу ғүмер кисерәләр. Яҙмыштарын бергә бәйләгәс, тырышып донъя көтә башлайҙар. Матур йорт һалып инәләр, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡсала емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерәләр. Уңған хужабикәнең ихатаһы сәскәгә күмелгән - бындай күренеш ауылға йәм өҫтәй һәм күҙҙең яуын алып тора. Таҙалыҡты яратҡан Гөлнара Рауил ҡыҙының йорто ла һәр ваҡыт балҡып тора. Уның тырышлығы өйгә йәм генә түгел, ә бөтә ғаилә ағзаларына тыныслыҡ һәм һаулыҡ бирә. Әсәй кеше балаларын да хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтә. Әлбиттә, балалар ата-әсәнең өлгөһө һәм уларҙың хәстәрлекле тәрбиәһе арҡаһында, шундай тырыш, маҡсатлы һәм уңған булып үҫә.
Гөлнара Рауил ҡыҙы аш-һыу оҫтаһы ла. Декрет ялында бала ҡарауҙан тыш, башҡа эштәргә, хатта заказға төрлө ҡул эштәре башҡарырға ваҡыт таба. Төрлө милли биҙәүестәр, торт, бәлештәр, һәм башҡа шундай тәмлекәстәр бешереү менән мәшғүл. "Бигерәк тә торт бешереү миңә бик оҡшай, бар күңелемде һалып башҡарырға тырышам. Был тәмле ризыҡ ҡына түгел, ә үҙенә күрә бер матурлыҡ тыуҙырыу, ижади эш кеүек"- тип бүлеште Гөлнара Рауил ҡыҙы.
Ғәзиз Минеғәзим улы өсөн дә ҡулдан килмәҫлек эш юҡ. Уларҙың ихатаһына барып ингәс тә бөхтәлек, таҙалыҡ күҙгә салына. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап уның тураһында кеүек.
Тормошта лайыҡлы урындарын тапҡан, дүрт бала тәрбиәләгән, донъяларын матур һәм яҡты иткән, үҙҙәре тырыш һәм эшһөйәр кешеләргә нисек һоҡланмайһың?!
Ғаилә - кеше тормошоноң төп таянысы. Көнкүреш мәшәҡәттәре, төрлө һынауҙар аша ла хис-тойғоларҙың сафлығын һаҡлап ҡалыу - үҙе ҙур бәхет. Нәҡ ошо ҡиммәтте күҙ уңында тотоп Сәләмовтар ғаиләһенә именлек, бер-береңде аңлашыусанлыҡ, оло ихтирам теләйбеҙ.

Илкәнәй ауыл биләмәһе хакимиәте - https://vk.ru/id571802495 

Автор:
Читайте нас