Йәшәйеш
24 Августа , 09:56

Зəк-Ишмəттең алтын ҡуллы оҫтаһы

Бар яҡлап та уңған Ғүмәр Ғөбәйҙуллинды ауылдаштары хөрмәт итә.

Зəк-Ишмəттең алтын ҡуллы оҫтаһыЗəк-Ишмəттең алтын ҡуллы оҫтаһы
Зəк-Ишмəттең алтын ҡуллы оҫтаһы

Зәк-Ишмәт ауылы матур тәбиғәте менән генә түгел, бында йәшәүсе кешеләре менән дә дан тота. Был ауылда бик уңған, эшһөйәр ир-уҙамандар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп. Һәр береһенең тиерлек яратҡан шөғөлө, ҡулынан килгән оҫталығы бар. Һүҙебеҙ шундай оҫталарҙың береһе - хаҡлы ялда булһа ла, тынғы белмәгән ҡул оҫтаһы Ғөбәйҙуллин Ғүмәр ағай тураһында. Ғүмәр ағайҙы Зәк-Ишмәттә оҫта ҡуллы кеше булараҡ беләләр. Шул оҫталыҡтың бер һәләте, бер ҡарауға кәрәге сыҡмай ятҡан тимер-томорҙарға йән өрөүсе ул. Ҡарап тороуға юҡ ҡына тимер, уның ҡулына эләкһә икенсе тормош ала. Яраҡһыҙ булып күренгән тимерҙәрҙе яңынан тергеҙә, әйтерһең оҫта ҡулында улар телгә килә. Бар яҡлап та уңған Ғүмәр Зиннур улын ауылдаштары хөрмәт итә. Бына яңыраҡ үҙенең уйлап табыу һәләтен тағы бер ҡат күрһәтте ул, янғын осрағында ярҙам итерлек ҡеүәтле ҡорама эшләп ҡуйҙы. Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлаһын хәүеф-хәтерҙәрҙән, ошо ҡоролма тик бәрәңге баҡсаһына һыу һибеү өсөн генә ҡулай булһын ине. Ә ҡоролма ҡарап тороуға шундай кәрәкле: цистернаны тракторға тағып алыуы еңел, шлангонан һыу шәп баҫым менән аға, 30 метрға яҡын алыҫлыҡҡа етә. Ауылда һәр бер кеше Ғүмәр ағайҙың оҫталығына һоҡлана. Уның ҡиммәте тимер-томор менән эшләүҙә генә түгел, ә хәстәрлекле ғаилә башлығы, йәштәргә өлгө булырҙай ир-уҙаман, кәрәк саҡта ауылдағы уртаҡ эштәргә ярҙам ҡулын һуҙған ауыл кешеһе лә ул. Ауылдарҙа ошондай оҫта ҡуллы, ихлас күңелле кешеләр булғанда, улар йәшәр. Ә Ғүмәр ағайҙың ҡорамалары ваҡыт үткәс тә иҫтәлек булып һаҡланыр.

Автор:
Читайте нас