Йәшәйеш
25 Августа , 02:24

Дәртһеҙ йорт

Яңы Таймаҫта бындай йорттар - иптәштәре - бер нисәү.

Дәртһеҙ йортДәртһеҙ йорт
Дәртһеҙ йорт

Ике ҡатлы йортло ауылдар районда байтаҡ ҡына - Таймаҫтан тыш, Свобода, Яҙлау, Холодный Ключ ауылдарында бар. Бындай йортта йәшәргә кемдәр генә ынтылмаған, заманында әлеге биналарҙағы фатирҙар өсөн талаш-тартыш күп булған, иң алдынғы һауынсы йәки механизаторға ғына түгел, бәлки, совхоз директорына яҡын булған кешеләргә лә бирелгәндер. Былар барыһы ла тарихта ҡалды. Был йорттарҙың бөгөнгө көндәре бик шәптән түгел, фатирҙарҙың күбеһе буш тора...

Яңы Таймаҫтағы Ленин урамындағы фотолағы был йорттоң да яҙмышында төрлө мәлдәр булды. Ишек алды балалар тауышына тулған, йырлап-бейеп туйҙар үткәргән күңелле ваҡыттарын әле булһа һағынып иҫкә ала. 

1976 йылғы ул. Әҙәм балаһы йәше менән дә, йорттар йәше менән һанаһаң да күп түгел, йәш сағы тиергә лә була. Әммә үҙен йәш кенә көйөнсә ире яңғыҙ, тол ҡалдырып киткән ҡатын кеүек тоялыр үҙен. Йәшәүгә бер генә лә дәрте юҡ һымаҡ. 

Ана, түбәһе лә тишелгән. Совхоз бөттө, Совет иле бөттө, капитализм етте, был йортҡа бында йәшәгәндәр үҙҙәре хужа. Йәғни, аҡсаң бар икән, ремонт була, юҡ икән - юҡ. Капремонтҡа ай һайын түләргә кәрәк. Әле тап ошо йорттоң капремонт өсөн бурысы - 456 169.52 һум. Шуның 126 948.54 һумы - пеня. Хәтәр. Әйткәндәй, капремонт буласаҡ был йортта (аҡсаларын бында йәшәгән бер нисә кеше түләп барһа инде) - 2044 - 2046 йылдарҙа...

Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас