

Уның улы Марсель Махсус хәрби операцияға 2024 йылдың март айында китә. Ҡаты яраланып, госпиталдә дауалана, яугирҙең аяҡтарына бик ҙур зыян килгән, әлеге көндә ике аяғына ла Илизаров аппараты ҡуйылған. Туғыҙ ай инде госпателдә ятҡан Марселгә сабырлыҡтар теләйбеҙ. Тиҙерәк шәбәйеп, тыуған яҡтың йәйҙәрен, ғаиләһен тиҙерәк ҡайтып күрергә насип булһын ауылдашыбыҙға! Ошо көндәрҙә ҡыйыу егетебеҙгә һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков миҙалы тапшырылған. Бик һауаплы һәм кәрәкле ярҙам күрһәтелде Марселдең әсәһе өсөн, һауаптары насип булһын! Һәм бер ҙур балаҫ Үрге Баба ауылының мәсетенә тапшырыла тип белдерҙе ауылыбыҙҙың имамы. Был балаҫты имен-аман килтереп тапшырҙыҡ. Иншаллаһ! Тик иман йортонда кеше булманы, алып барып түшәп, ихлас күңелдән ҡыуандыҡ. Ул балаҫтан нурҙар һибелеп тора, мәсеткә түшәгәс тә беҙ шуңа иғтибар иттек һылыуым менән. Шулай уҡ мәсет бик ҡараулы матур, тирә-яғы сәскәләргә күмелгән. Изгелектәрен күрергә насип булһын Баба ауылы мәсетенә, матди ярҙам менән Яҡут мәсетенән ебәрелгән балаҫтың! Ошо изге эштәрҙе башҡарған мәсеткә йөрөгән ауылдаштарыбыҙға һаулыҡ, таҙалыҡ ике донъя рәхәтен күрергә насип булһын тип теләйбеҙ. Изге теләктәрҙә булайыҡ!
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА, Яҡут ауылы