Йәшәйеш
28 Августа , 06:23

Туғай Кинйәһендә мәсет буласаҡ

Беренсе Кинйәабыҙ ауылы тураһында гәзитебеҙ биттәренда әленән әле яңылыҡтар сығып тора.

Туғай Кинйәһендә мәсет буласаҡТуғай Кинйәһендә мәсет буласаҡ
Туғай Кинйәһендә мәсет буласаҡ

Ошо көндәрҙә МХО-ла вафат булған Кинйә ауылы нәҫелдәренә таҡтаташ-һәйкәл ҡуйылды. Унда һәр шәһит һалдаттың фотолары менән исем шәрифтәре яҙылған.
ЮжУралОйл предприятиеһы тырышлығы менән (етәксеһе Зиннур Исхаков) элекке мәсет урыны янында вагон мәсет булдырыла. 3х8 ҙурлығындағы мәсеткә әлеге көндә ауыл энтузиазистары тарафынан нигеҙ һалынды. Оҙаҡламай мәсет-вагон үҙе лә үҙ урынына килеп ултырыр. Ауыл урыны ҡасандыр район башлығы Ҡотлоәхмәтов Әхәт эшләгән ваҡытта тарихи ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгәйне. Шуға бәйле, ауыл халҡы, ауылдан сыҡҡан эшҡыуарҙар ярҙамы менән аҡса йыйып, тарихи мемориал комплексын яныртты. Киләсәктә локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ өсөн дә мәрмәр таҡтаташ ҡуйыласаҡ. МХО ға арналған һәйкәлде һәм яңыртылған тарихи мемориаль комлексты, шулай уҡ вагон мәсетте асыу тантанаһы булыр тигән ышаныстабыҙ.

Азат ХӘЛИЛОВ.

Автор:
Читайте нас