Йәшәйеш
8 Сентября , 01:50

Урынбаҫар Аҡһарыға бәҙрәф бүләк итә

Аҡһары ауылында үткән аҙнала халыҡ менән йыйылыш үтте. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Ғисмәтуллин ҡатнашты.

Урынбаҫар Аҡһарыға бәҙрәф бүләк итәУрынбаҫар Аҡһарыға бәҙрәф бүләк итә
Урынбаҫар Аҡһарыға бәҙрәф бүләк итә

Ауыл халҡының һорауҙары күбәйеп киткән етәкселәргә, осрашыуҙа уларҙы борсоған төрлө проблемалар яңғыраны. Малдар, көтөүлектәр тураһында. Аҡһарыға кергән ерҙәге арт яҡтарҙа сүп үләндәре үҫеп ултыралар, колхозға ҡараған гараждарҙы ла аҡлап ҡуйыр кәрәк, ямаҡ булып торалар, ауылыбыҙ ташландыҡ кеүек, тиештеләр. Автобус һорауы ла киҫкен тора: ул аҙнаның шишәмбе һәм кесаҙна көндәре йөрөй. Бик уңайһыҙ, был графикта автобус буш йөрөй. Шуны йома һәм йәкшәмбе көндәренә күсереп булмаймы икән? Студенттарыбыҙ, уҡыусыларыбыҙға ҡайтырға, китергә бик тә уңайлы булыр ине. Яңы ФАП янына балалар өсөн майҙансыҡ булһа, балалар, ейән-ейәнсәрҙәргә рәхәтләнеп уйнарға урын булыр ине. Мәсет төҙөп ҡуйһаҡ та ҡыуаныр инек. Клубҡа туалет кәрәк, мәҙәниәт йорто булғас тирә-яғына ағастар ултыртҡанда ла йәмле булып ҡалыр ине, шулай уҡ клубыбыҙға бильярд та булһа халыҡ, йәштәр күберәк йөрөр ине.
- Киров хужалығынан сәләрке һорармын да, берәй трактор менән тирә-яҡтағы сүптәрҙе сабып сығырбыҙ, - тине Рәшит Рәүил улы...

Ғәлиә МИФТАХОВА, Аҡһары ауылы клубы мөдире

Был хат тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас