Йәшәйеш
10 Сентября , 09:35

Донъялыҡта беҙ бит ҡунаҡ ҡына

Иҫке фотолар барыһында ла беҙҙекенә оҡшаш хистәр уяталыр.

Донъялыҡта беҙ бит ҡунаҡ ҡынаДонъялыҡта беҙ бит ҡунаҡ ҡына
Донъялыҡта беҙ бит ҡунаҡ ҡына

Бер яҡтан, шатлыҡ (таныш йөҙҙәр, барыһы ла көләс – кеше фотоға төшкәндә йылмайып, матур итеп төшөргә тырыша - барыһы ла бәхетле кеүек, онотолоп бөткән һымаҡ тойолған кешеләр, бына, ҡарағас та, иҫкә төштө, күңелгә йылы инде), икенсе яҡтан – һағыш, үкенес.
Яманһары ауылында бер төркөм туғандар төшкәндәр был фотола. Тураевтар. Барыһы ла имен, бөп-бөтөндәр, яҡын йәндәрҙең осрашҡан – ғүмер миҙгелдәренең бәхетле минуттары. Тормош юлдары ла, ошо фотоһүрәттәге ише, гел матур ғына барһа икән. Яҡты донъяларҙа был кешеләрҙең барыһы ла юҡ, билдәле, әҙәм балаһы мәңге йәшәй алмай, олоғайып, үҙенә тәғәйенен йәшәгәс, баҡыйлыҡҡа күсә, был тәбиғи, нисек кенә ауыр булмаһын, быныһына, ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла, күнәбеҙ. Бына икенсеһе йәнде телә: йәш кенә көйөнсә киткәндәр бар. Ғәҙел түгел был. Был күренеш менән (йәшәп тә өлгөрмәгәндәрҙең, сәскә атырға ла өлгөрмәй, һулыған гөл кеүек, фанилыҡ менән хушлашыуы) бер нисек тә килешерлек түгел.
«Юшатыр» гәзитендә эшләп киткән Хәлиҙә апай Миһрановның шиғыр юлдары иҫкә төштө:
Япраҡтарға һары төштө,
Йөрәктәрҙе һағыш өттө,
Хушлашабыҙ инде йәй менән.
Әйтерһең дә, Саҡ менән Суҡ,
Иртәгәһе кем бар, кем юҡ,
Донъя ҡалыр һинән һәм минән.

Һарыларҙы юйып булмай,
Матурлыҡтан туйып булмай,
Оҙағыраҡ торһон ине йәй.
Донъялыҡта беҙ бит ҡунаҡ,
Тормош үҙе бик ҙур бүләк,
Тик ғүмерҙәр уҙһын ине яй.

Өҙөлөп бер япраҡ төштө,
Өрөлөп бар миләш беште,
Ҡыштар һалҡын булыр, ахыры.
Йәйҙәребеҙ йәмле үтте,
Көҙҙәребеҙ нурға тулды,
Матур үтһен ғүмер юлдары!
Беҙҙең араларҙы ташлап киткәндәрҙең барыһына уҡыған доғаларыбыҙ барып етһен, ә иҫәндәргә һаулыҡ, яҡты донъяларҙың рәхәтлектәрен татып, туғандар йылыһын тойоп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас