

Форумда "Атайсал" проекты буйынса Бөтә республика буйынса уңышлы эшләгән кешеләр, күренекле шәхестәр йыйылғайны. Форумдың беренсе өлөшөндә эш төрлө секцияларҙа барҙы, проект буйынса яҡшы эшләгән кешеләрҙе, старосталарҙы Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында Яҡшымбәт ауылы ғорурлығы, старостаһы, Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев тә булды. Уны ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Форумдың икенсе өлөшөндә Республика башлығы сығыш яһаны, шулай уҡ бүләктәр тапшырҙы. Был бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының имам-мөхтәсибе Айнур Хәҙрәт тә булды. Уға ла уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек,енгел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!