

Ауылыбыҙ фермеры Әмәкәсов Илшат Рәшит улына ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, автобусҡа бензин бирҙе. Беҙ Ермолаевкаға спектакль ҡарарға бара алдыҡ. Рәхәтләнеп ял итеп, матур спектакль ҡарап ҡайттыҡ. Илшатыбыҙ һәм уның бер туған ағаһы ауыл халҡын йыш ҡына төрлө ярҙамдары менән ҡыупндырып торалар. Уларға эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Уларҙы үҫтергән әсәләре мәүлиҙә еңгәгә бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек насип булһын.
Ауыл халҡы исеменән Зөләйха инәй.