

Көйөргәҙе райоынының бер ауылы зыяратында ғәжәп хәлгә юлыҡтыҡ: теҙелеп киткән ҡәберҙәр янында бер майҙан, таяҡтар ҡағылып, тимерсыбыҡ менән кәртәләнеп ҡуйылған.
Кемдер үҙенә алдан уҡ урын әҙерләп ҡуйған – ҡасан китерен кем белә, мәйетең ятыр урынды билдәләп, нығытып ҡуйырға кәрәк – башҡаһы инеп ятмаһын. Ошолай аңланыҡ. Бындай практика ҙур ҡалаларҙа бар икәнен беләбеҙ (затлы зыярат, затлы урын өсөн электән көрәш барған), ә ауылда кешегә ер бөткәнме әллә? Элек, ана сабынлыҡ өсөн һуғышыу сигенә етә инеләр, хәҙер сабылмай ҡалған участкалар йәһәннәм, мәҫәлән. Күңелең булғансы, салғыңды һелтә генә.
Үлеүселәр, эйе, бик күп, шулай ҙа әлегә зыяраттағы ер өсөн талаш-тартҡыш булғаны юҡ һымаҡ. Әллә беҙ бөтәһен дә белмәйбеҙме? Әҙәм балаһы алдан уҡ әжәлде ҡаршы алырға әҙерләнә: кәфенлек-ғәләмәт, аҡсаһын (үлемдең үҙенең ҡәҙере бөтһә лә, ерләү ҡыйбат хәҙер) хәстәрләй, урынын да әйтеп ҡуя: мине шул-шул туғаным янына күмегеҙ. Ауыл зыяраттарында туғандар бер тирәлә ята, бынау оста Фәләновтар, теге оста Төгәновтар. Шуға алдан уҡ, үҙе иҫән саҡта, ҡәберлек ерен межалап ҡуйыу аптырарлыҡ хәл. Рәшит Солтангәрәевтың «Буш ҡәбер» хикәйәһендәге кеүек, бай, дәрәжәле ерҙә эшләгән кеше Өфө зыяратында үҙенә алдан уҡ ҡәберлек урынына хужа була, кәртәләй, хатта, ул-был һорау тыумаһын тип, ҡәбер ташы һымаҡ нәмә лә ҡуя. Был тарихтың аҙағы насар: әлеге кешене был ергә түгел, бөтөнләй башҡа ергә күмәләр, йәшәү мәғәнәһе ташҡа үлсәйем булған, яҡындарына, балаларына иғтибар бирмәй йәшәгән әҙәмдең үлем туйында хатта туғандары ла булмай. Буш ҡәбер – бушҡа үткән ғүмер тигәнгә ишаралаған яҙыусы.
Беҙ төрлө сығанаҡтарҙан ҡараныҡ: Исламда, баҡһаң, үҙеңә алдан уҡ кәүҙәң күмелер урынды әҙерләп ҡуйыу гонаһ һаналмай. Тарихта билдәле дини ғалимдар араһында ла бындай осраҡтар булған. Бындай эштең мораль яғы ла бар: әҙәм балаһы үҙенең ятыр урынын күреп, яҡты, гонаһлы был донъяларҙағы ылыҡтырғыс, аҙҙыртҡыс эштәрҙән тыйыла, мин үлгәс, бына ошо майҙан ер етә, ҡалғаны - байлыҡ, дан, шөһрәт – артыҡ.
Көйөргәҙе районы ауылдарында буш ҡәберҙәр арта. Кешеләр алдан уҡ үҙҙәрен теге донъяға әҙерләй. Буш ҡәберҙәр булһа булһын, унда йәшәребеҙҙе йәшәп, был донъяның бөтөн рәхәтлектәрен татып, кереп ятырға булһын да, беребеҙҙең дә ғүмере бушҡа үтмәһен.