

- Шәбағыш ауылы клубында төрлө саралар үткәрелеп тора. Шунда беҙҙе лә саҡырып тороуҙары һөйөнөслө. Шулай ҙа, оло йәштәгеләргә власть яғынан иғтибар етеңкерәмәй, пенсия күләме лә аҙыраҡ. Элек, байрам уңайынан, күстәнәстәр тарата торғайнылар, хәҙер ул да онотолдо. Ҡыш көнө юл проблемаһы ла йәнде көйҙөрә, ваҡытында таҙартмайҙар. Бигерәк тә, өлкәндәрҙең өйҙәренән урамға тиклем юл көрәүҙәре проблема булып тора. Ярай әле, районыбыҙ һәм ҡалабыҙ табиптары килеп, беҙҙең сәләмәтлектәрҙе тикшереп торалар, быға беҙ рәхмәтлебеҙ.Тағы ла бер нисә проблеманы әйтеп үтәйем: ауылда почта эшләмәй, шуға коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләп булмай, магазин да әле эшләмәй, медпункт аҙнаһына ике тапҡыр ғына ишектәрен аса. Район үҙәге Ермолаевоға барып ҡайтыу ҙа еңелдән түгел - автобус йөрөмәй, такси ҡиммәт.
Ололар көнөнә бәйле барлыҡ фекерҙәр гәзиттә баҫылды.