Йәшәйеш
7 Октября , 02:39

Әнәйемдән алда үлһәм ярар ине

Юғиһә, мин береһенә лә кәрәкмәймен.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әнәйемдән алда үлһәм ярар инеӘнәйемдән алда үлһәм ярар ине
Әнәйемдән алда үлһәм ярар ине

Әллә ниңә уның ғүмере ошо ауыл менән тығыҙ бәйләнде. Мәктәпте бөттө, ҡалала аҙмы-күпме ПТУ-ла уҡып маташты (“һөнәр ал, улым, беҙҙең кеүек ферма тирәһенән китмәй йөрөрһөң, ату”), тик ҡала тормошон үҙ итмәне, күп тә үтмәй, ауылына кире ҡайтты, башҡаса бер ҡайҙа ла киткәне булманы, алтмыш йылға яҡын үҙе тыуыпү-үҫкән ерҙән айырылманы, башҡаса, ситтәге, тормошто күҙ алдына ла килтермәне – ҡырға сығып китһә, һарғайыр ҙа үлер кеүек.

Ауылда тәүге йылдарҙа эш бар ине, фермала малдар булды, яландарҙа игенде совхоз сәсте, урҙы, торораҡ барыһы ла юҡҡа сыҡты, егетебеҙ ҡайҙа нимә тура килә, шунда эшләне, ҡурала мал бар, бар йәшәү мәғәнәһе ошо малдарҙа булды. Һәм араҡыла. Эсте, эсә һәм, белеп тора, артабан да эсәсәк. Эсмәһә, тағы нимә менән булышыр? Ҡатыны ғүмерҙә булманы, бынан ары булмаҫ та инде, атаһы мәрхүм, бер ҡарап торғаны – әнәһе. Оло йәштә инде ул, шулай ҙа, теремек әле. Уны – малайын – һаман булһа бәләкәй бала тип күрә, тәрбиәләй, артынан ҡалмай, ул-был булмағайы тип, күҙ яҙҙырмай, йөрөй. Эсһә лә ныҡ әрләмәй, бик йыш, ныҡ ауырыған саҡтарында, ҡайҙандыр сикүшкә булһа ла табып, башын төҙәттерә, бүтән балалары ситтә, уға ла был улы янында булғас, рәхәт, яңғыҙы түгел. Ауылда эскеселәр ҡалманы тиергә лә була, кемеһе похмелдән, кемеһе аҫылынып үлеп бөттө. Кемеһендер һуғышҡа ебәрҙеләр. Уның улына ла килделәр, килмәгән ҡайҙа, барыбер йәшәүеңдең рәте юҡ, давай, һуғышҡа, илде һаҡларға. Әнәһе шартлай яҙҙы:  тәүҙә үҙегеҙҙең улдарығыҙҙы ебәрегеҙ, шунан минекенә тейерһегеҙ, тине. Бүтәнсә янына килмәнеләр. Алкаш тиһәң дә, әнәһенең сабыйы бит ул, шулай, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, йәшәп яталар.

Алдағы көнөн дә, һирәк булһа ла, уйлай «егет», тормош гел генә былай булмаҫ, әнәһе китеп барһа, нимә эшләр? Ауылда элегерәк бер бабай бар ине, ҡатыны үлгәс, үҙен туғандары Свободалағы (Көйөргәҙе районындағы ауыл) ҡарттар йортона алып барып ташланылар. Балалары юҡ ине. Шул бабай, бахыр, илап ултыра торғайны тип һөйләнеләр, ауылын һағынғандыр, яҙмышына риза булмағандыр. Шуның шикелле, уны ла ошо ҡарттар йортона алып барырҙармы? Юҡ. Кәрәге бер тин.  Ул йортҡа үлер өсөн баралар – быныһын ғына белә.

Шуға әле иң ныҡ теләгәне – әнәһенән алда үҙе үлеп китһә шәп булыр ине. Йәки икеһе бер көндә. Яҙмышынан һорар нәмәһе, хыялдары, тормоштағы хыялдары бүтәнсә юҡ, айынған саҡтарында теләгән бар теләге – ошо.

Был уйҙарҙы ситкә ҡыуа ир, әлегә таң ата ла кис була мәғәнәһендә йәшәп ята, әнәһе улһыҙ, улы – әнәһеҙ тормош хаҡында тәрәндән уйлағылары килмәй, шулай рәхәтерәк.

Автор:
Читайте нас