

Туҡталмаһа ла, яй бара, береһе лә бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, әкрен генә йөрөгәнгә шулай тойола әллә (ашығып, ҡайҙа бараһың?). Тупһала бер бесәй, күп итеп балалар тапҡан да, уларҙан нисек ҡотолорға белмәгәндәй аҙаплана, балалары йөҙәтеп бөткән үҙен, ҙур ғына һымаҡ булһалар ҙа, һаман имсәктән айырыла алмайҙар, әсәһенә тыныс ҡына ултырырға ирек юҡ - уңлы-һуллы килеп йәбешәләр, имергә һорайҙар. Көн ҡапыл ғына асылды ла китте - ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра башланы. Йорттан сыҡҡан ҡарт-ҡоро быға ифрат шатланды, йонсоу йөҙҙәре асылып китте, хатта йылмайҙылар, көн торошона ла улар бик шат. Шатланырлыҡ башҡа сәбәптәре барҙырмы?
Керәүле-Илюшкин ауылы биләмәһе башлығы Игроь Ворошилов менән, йомош артынан, ошо ауылға килеп юлыҡтыҡ. Игорь Леонидович - йомшаҡ күңелле, игелекле кеше, шунда уҡ әйтте: Ҡарттар йортонда минекеләр бар, яндарына кермәһәм, үҙемде ғүмерҙә лә ғәфү итмәм. Свободалағы магазинға инә һалып, тегене-быны алды, тоҡсайы апаруҡ ҙурайып китте.
Индек. Керәүлеләрҙән икәүҙәр - Иван да Анатолий (тағы берәү булған, теге донъяға китеп барған) - береһенең хәтере насарыраҡ ("күстейҙе уға ҡалдырма, онота ла ҡуя ул"), икенсеһенең аяҡтары юҡ.
- Бына шулайыраҡ булып китте яҙмыш, - Толя бабай көрһөнә, Яманһарынан икәнде белгәс, йөҙө тағы ла нығыраҡ яҡтыра, шырыштары тигеҙләнә - унда минең туғандар бар.
И. Ворошилов менән яҡташтарын бер үҙҙәрен ҡалдырып, тышҡа сыҡтым. Әйҙә, бер күрешкәндә, күңелдәре булғансы, һөйләшһендәр, былай ҙа ауыл башлығын күргәс тә, яндарынан, был китеп бармаһын тигәндәй, ебәрмәҫкә тырыштылар. Һағыналар ауылдарын. Таныш-белештәрҙе, күрше-күләнде һанап, хәлдәрен белештеләр, сәләмдәр әйттеләр. Бик оҙаҡ сыҡманы Игорь Леонидович, үҙе лә был дәдәләрҙе тағын ҡасан күрәм әле тигәндәй, ашығып бармағандыр.
...Ҡарттар йортоноң ишеге алдында өҫтө ябылған эскәмйә ҡуйғандар, эскәмйә артына балаҫ элгәндәр, ошолайтһаң, тыуған йорттағы һымаҡ мөхит була тигәндәрҙер. Ике оло йәштәге ҡатын шунда ял итеп ултыра. Бисә ҡайҙа ла бисә инде, талаша яҙып киттеләр:
- Һин кеше тикшермә, үҙеңде бел!
Ваҡыт туҡтаған кеүек, тып-тыныс тиһәң дә, тормош ҡайнап тора бында, тәү ҡарашҡа ғына икенселәй тойола.
Байтаҡ ҡына ғүмер уҙғас, Керәүле башлығы күренде. Толя бабай оҙата сыҡҡан.
- Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тине хушлашҡанда. Был һүҙҙәргә ул ниндәй мәғәнә һалғанын, үҙе төшөндөрөп бөтөрмәһә лә, аңланыҡ.
Бесәй ҙә, былары тағын кем әле, тигән шикелле аптырғандай ҡарап, оҙатып ҡалды. Балалары әсәһенән бер тотам ҡалмай, һаман уны ыҙалауын белделәр.