Йәшәйеш
8 Октября , 01:38

Йөклө ҡатын затта - доғалы йөк

Кисә район үҙәгендә мөғжизәгә табындылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөклө ҡатын затта - доғалы йөкЙөклө ҡатын затта - доғалы йөк
Йөклө ҡатын затта - доғалы йөк

Ермолаево поликлиникаһына ауырлы ҡатындар йыйылды. Бындай затҡа, борондан килә, ауыр һүҙ әйтеү түгел, яман ҡараш ташлау ҙа тыйыла, улар яҡты донъяға тиҙҙән яңы Кеше тыуҙырасаҡ.

Поликлиникала гүзәл заттар алдында табиптар сығыш яһаны, мастер - класс күрһәттеләр (нисек бетеү яһарға, әммә, беҙҙеңсә, иң шәп бетеү, талисман -Әсә доғалары), йыр йырланылар. Оҙаҡламай был ҡатындар үҙҙәре йырҙар һуҙасаҡ - бишек йырҙарын.

Һап-һау, бөтөн ағзалары теүәл сабыйҙарҙы табырға яҙһын һеҙгә, ҡатындар. Һәр бер бәпес үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуһын!

Йөклө ҡатын затта - доғалы йөк,
Йөктө Хоҙай үҙе тапшырған;
Тапшырған да, үҙе шул йөк өсөн,
Өс йөҙ көнләп доға яңыртҡан.

Йөклө ҡатын затта - ҡиммәтле йөк,
Затлы хаҡты Хоҙай яҙҙырған;
Яҙҙырған да, ер үлсәме тапмай,
Үҙ үлсәмен күктә булдырған.

Йөклө ҡатын затта - изге бер йөк,
Изге итеп Хоҙай бар ҡылған;
Аҙан затлы ауаз һалған йәнгә
Әсә кеүек, Үҙе таң ҡалған.

Зәкиә Мәжитова

Автор:
Читайте нас