Йәшәйеш
9 Октября , 07:33

Урман эше - тормошоноң мәғәнәһе

Үткән йома атайым – Абдрахманов Байрамғәли Муллағәли улын Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Өлкәндәр көнө менән Көйөргәҙе участка урмансылығы коллективы исеменән ҡотларға килделәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урман эше - тормошоноң мәғәнәһеУрман эше - тормошоноң мәғәнәһе
Урман эше - тормошоноң мәғәнәһе

Онотмай, ихтирам итеп килгәнегеҙ өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт белдерәм.
Атайым ғүмеренең күп йылдарын урман хужалығы эштәренә бағышланы. Урман эше уның өсөн ябай эш урыны ғына түгел, ә тормошоноң мәғәнәһе, йәшәү сығанағы ине. Ул урманды һаҡлау, үрсетеү һәм дөрөҫ файҙаланыу эшенә бөтә көсөн, белемен һәм йөрәк йылыһын һалды.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан һеҙҙең коллективтың уны онотмауы, хөрмәт итеүе – беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле. Атайыма булған иғтибар, һеҙҙең ихтирамығыҙҙың һәм хөрмәт итеүегеҙҙең сағылышы.
Урман хужалығы хеҙмәткәре һөнәре изге һөнәр. Сөнки һеҙ тәбиғәтте һаҡлайһығыҙ, киләсәк быуындарға ҙур байлыҡ ҡалдыраһығыҙ. Атайымдың хеҙмәте лә ошо изге эштәрҙең береһе булды. Уның тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте бөгөн һеҙҙең эшегеҙҙә дауам итә тип ышанам.
Атайым исеменән һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйем. Эшегеҙ уңышлы булһын, урмандар һәр ваҡыт йәшел булып шаулап үҫһендәр.
Илшат Абдрахманов, Ялсыҡай ауылы

Автор:
Читайте нас