Йәшәйеш
12 Октября , 04:43

Илкәнәй егете Көйөргәҙе һылыуын алды

Гөлфиә менән Рифат Ҡотломбәтовтарға килен төштө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илкәнәй егете Көйөргәҙе һылыуын алдыИлкәнәй егете Көйөргәҙе һылыуын алды
Илкәнәй егете Көйөргәҙе һылыуын алды

Улдары Ильяс Көйөргәҙе ауылы һылыуы Гөлназды кәләш итеп алды. Йола буйынса киленгә һыу юлы ла күрһәттеләр. Улар ҡойоға Ғәлимә менән Илдус Сафаровтарға барҙылар. Унда ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Гүзәл Мөхәмәтшина, Ғәлиә Вахитова, Гөлдәр Шәмсетдинова, Фәрзәнә Мөхәмәтшиналар йырлап-бейеп ҡаршы алдылар. Килен күрергә сыҡҡан инәй-бабайҙар, бала-сағалар барыһы ла сығып йәштәргә бәхет теләп, килен һыуын тәмләнеләр.

Автор:
Читайте нас