Йәшәйеш
12 Октября , 04:40

Күңел һандыҡтары

Ул ҡапыл юғалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңел һандыҡтарыКүңел һандыҡтары
Күңел һандыҡтары

Миңнинур Сәйфетдинова. Беҙҙең апай ул. Абдул ауылында йәшәгән был кешебеҙ бик йыш шылтыратып, йәки үҙе килеп торор ине. Ҡыштың зәһәр мәле, күҙ асҡыһыҙ буран, Миңнинур апай өҫтө ап-аҡ булып килеп инә. Беҙ – аптыраш.

- Ҡайҙан былай?

- Попутка менән килдем.

Күпте күргән, тормошта ныҡ сыныҡҡан кеше . Уның хәтирәләре «Юшатыр»ҙа кәмендә ике тапҡыр баҫылды, һуғыш ваҡытына, унан һуңғы йылдарға бәйлеләрен иламай уҡып булмай- эт күрмәгәнде күргән беҙҙең халыҡ (бер хәтирәһендә Абдул ауылының өс ҡатынын яландан аҙ ғына, 300 грамға ла тулмаған, бойҙай урлаған өсөн 8 йылға ябып ҡуйғандар, тип яҙҙы апай). Абдул ауылындағы беҙҙең күҙ-ҡолаҡ тиһәң дә була – ауылдағы хәлдәрҙе лә, түкмәй-сәсмәй беҙгә еткереп торор ине.

Һәм ҡапыл ғына Миңнинур апайыбыҙ ғәйеп булды. Ауылдаштарынан белештек, Аллаға шөкөр, имен-аман ул, тинеләр. Ана барабыҙ янына, бына барабыҙ тип, көндәр артынан көндәр үтә, кисә, түҙеп ултырып булманы – юлға сыҡтыҡ.
Бына Абдул, бына Айҙар Хөснөтдинов. М. Сәйфетдинованың күршеһе генә ул. Магазинға барам тип тора инем, һеҙ килгәс, ярар, һуңыраҡ барырмын, тине артист. Кешегә ишекте бик асып бармай апай, ярар, инеп ҡарарбыҙ, бәлки, асыр, тип өркөттө беҙҙе Айҙар. Ҡулда күстей бар, шуны булһа ла биреп китергә иҫәп, бик булмаһа, беҙҙең күстәнәсте һуңынан, теп-теүәл килеш, тапшырырһың, йәме. Ярар.

Миңнинур апай бикләнеп ултыра ти, ултыртырһың уны биктә, тик кенә, беҙ инеп килгәндә тупһаһында тора ине. Шул көйө үҙе, бер грамға ла ҡартаймаған.

Тиҙ генә хәл-әхүәл белешәбеҙ ҙә китәбеҙ тигән инек. Киттең!

Өҫтәлен йәйеп ташланы. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләй. Оҙаҡ күрешмәнек, хәбәре күбәйгән.

- Беҙҙең Абдулды Ҡарттар көнө бик шәп булды, мин шиғыр һөйләнем. Кинйәғәли Абдулиндың шиғырын. Һеҙгә ошо байрам тураһында яҙҙылармы? Юҡ? Бына ғәләмәт, нисек улай? Сирләп ятып, гәзиткә яҙыла алмай ҡалдым, әле барып яҙылып килдем инде. Ана шул байрамға миҙалымды тағып барҙым, уныһы, эске кейемдә ҡалған да, бик күренмәй икән, Рәйфә әйтә: ниңә уны йәшереп йөрөтәһең, тышҡа таҡ! Ишектәрҙе, эйе, бикләп, тәҙрәләрҙе ябып ултырам, сегәндәр күп йөрөй. Асҡыстарҙы юғалтып ҡуймайым тип, муйынға аҫып ебәрҙем... Айҙар, бар, сәй ҡуя тор!

Нимәлә туҡталдым әле? Мин бит быйыл йығылдым, ике тапҡыр, вис ҡанға буялдым, ярар әле, Ринат улым ҡайтып етте, балнисҡа алып барҙы, ҡулға гипс һалабыҙ тигән инеләр, уны күтәрә алмаҫһың тип әллә нимә ҡуйҙылар, уныһы ҡыйбат – 8 мең һум. Ҡыҙымда, Күмертауҙа, йәшәп торҙом. Сит ерҙә түҙмәйем мин, балалар алып ҡайтып аҫырайым тиҙәр, юҡ, мин Абдулымда ҡалам тим. Былай йыш ҡайтып йөрөйҙәр, итен, тауығын алып ҡайтып торалар... Айҙар, ҡайнанымы? Касаларҙы килтер. Миңә 83 йәш инде хәҙер...

Фотоға төшөргә булдыҡ.  Айҙар Хөснөтдинов уңайһыҙлана башланы. «Колхозный» кейемдәмен. Тынысландырҙыҡ – беҙҙе ҡара, Будулай һымаҡ, ҡырынмаған, кейем дә һинекенән йүнлерәк түгел. Фотоға төшөргә ирҙәр шунда уҡ әҙер булды, ә бына апайыбыҙ... Матурыраҡ кейемемде ҡарайым тип, һандығын асты. Эҙләй-эҙләй, таба алмай.

- Ниндәйерәк кейемеңде эҙләйһең, былай ҙа матурһың,- тип әйтеп ҡарайбыҙ, юҡ, Миңнинур апай туп-тулы һандығының аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Тапманы. Янында икенсе һандыҡ та тора, уны асты. Ахырҙа миҙаллы кофтаһын тапты, ә үҙе теләгән яулығын таба алманы.

- Әле ябынғаның да бик матур яулыҡ, үҙеңә килешеп тора.

Сәй эстек. Апайыбыҙ, әлбиттә, шиғырын бында ла уҡыны.

- Кинйәғәли Абдуллин менән Яҡупта бергә уҡыныҡ, - ти апай, - йәл, иртә китте. Мин уның әлеге шиғырының («Һәйкәл асҡанда» тип атала) аҙағын үҙгәрттем, минеңсә уҡыһаң, шиғыр көслөрәк яңғырай. Һәм татарса түгел, башҡортса һөйләйем уны, татарса һөйләһәң, рифмаһы тап килмәй.

Миңнинур апайыбыҙҙың, үҙенең йортондағы кеүек, күңелендә бер түгел әллә нисә һандыҡ. Күңел һандыҡтарындағы байлыҡтарын бөтәһен сығарып һала яҙҙы, йыйып ҡына өлгөр.

Йылы итеп хушлаштыҡ. Ул беҙҙе ебәргеһе килмәгәндәй, ҡапҡаға тиклем оҙата сыҡты. Машина артынан ҡулын болғаны.

Иҫән бул, апай, беҙ тағын килербеҙ, быныһынан дөрөҫөрәге, үҙең беҙгә килерһең, ә беҙ көтөрбөҙ: һандығыңда әле беҙ күреп, ишетеп, белеп бөтмәгән бик күп хазиналарың бар.

Автор:
Читайте нас