

Был вазифа менән әллә ни маҡтанаһы юҡ – береһе лә аҡса түләмәй, үҙ белдегең, дәрт-дарманың менән йөрөйһөң, был эштә “эшләү” өсөн ысын патроит булыу кәрәк. Һәм тирең ҡалын булырға тейеш – юҡ-барға бик иғтибар биреп бармаҫҡа.
Ильяс абзый хәләле менән килде, Рәйфә апай. Быға тиклем дә, юҡ-юҡта, Ҡалта хәлдәрен белдереп тора ине, был юлы үҙе килергә ҡарар иткән.
- Ауылдың төп бәләһе – күпер. Яҙын айҙар буйы ауылдан сыға алмай ултырабыҙ. Әле, инде нисәнсегә, әпен-төпөн эшләп ҡуйҙылар уны, тик оҙаҡҡа бармай ул, ташҡан мәлендә тағы ла китәсәк. Был бәлә хаҡында бөтәһе лә белә, бер заман хәл ителер, тим. Ҡалта нисек йәшәй? Шәп тип әйтер инем. Эйе, артмайбыҙ, йәштәр ҡайтмай, шулай ҙа күңелде төшөргән юҡ. Магазиныбыҙ юҡ, әммә Яңы Мораптал эргәлә, һәр кемдең машинаһы бар. Үҙем ҡалала водоканалда эшләйем, эйе, йөрөп эшләйем, бер суткы эшләнең, өс суткы ял – уңайлы. Ҡатын пенсияламы? Юҡ, йәш әле ул, хөкүмәт йәшәртте – пенсия йәшен оҙайтты. Ауылда эшләйем тигәнгә эш бар, хужалыҡ бар. Эш хаҡы түбән? Ҙур эш хаҡы кәрәккәне Себергә китә. Дамир Таһир улына рәхмәт, нимә һорайһың, шуны бирә, ярҙам итәм тип кенә тора. Нимә тип килгәйнем – беҙ бит зыярат кәртәһен яңыртабыҙ....
Яңы Ҡалта ауылындағы зыяратҡа бәйле барлыҡ әйткәндәре гәзиттә баҫыласаҡ.