Йәшәйеш
16 Октября , 08:54

Эшенә тоғро, намыҫлы токарь

«Искра» хужалығында алыштырғыһыҙ токарь булып эшләүсе Рәсил Кинйәбулатовтың исеме хужалыҡта ғына түгел, тирә-яҡта ла яҡшы таныш. Ул - үҙ эшенең ысын оҫтаһы, тимер менән дуҫ, техникаға ғашиҡ кеше.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшенә тоғро, намыҫлы токарьЭшенә тоғро, намыҫлы токарь
Эшенә тоғро, намыҫлы токарь

Рәсил эшенә бик яуаплы ҡарай. Һәр заказды ваҡытында үтәп, эште тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға тырыша. Уның өсөн «ваҡытында» тигән һүҙ — ябай һүҙ түгел, ә эш культураһының төп шарты. Бик тырыш егет, үҙ эшен намыҫ менән башҡара, һәр деталгә иғтибарлы ҡарай.
Яҙғы сәсеү һәм ураҡ эштәре башланғас, Рәсил өсөн тыныс сәғәттәр бөтөнләй юҡ. Ул алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө тип тормай эшләй. Баҫыуҙағы техникалар боҙолһа, йәки кәрәкле деталдәре талап ителһә, ул шунда уҡ ярҙамға килә, ваҡытында төҙөкләндереп бирә. Уның хәстәрлеге арҡаһында хужалыҡ техникаһы сәсеү һәм ураҡ ваҡытында өҙлөкһөҙ эшләй, пландар үтәлә. Был эштәрҙә уның тәжрибәһе, оҫта ҡулдары ҙур роль уйнай
Рәсил Кинйәбулатов кеүек намыҫлы, тырыш, үҙ эшенә бөтә йөрәге менән бирелгән кешеләр — хужалыҡтың терәге, ауылдың ғорурлығы. Уға артабан да сәләмәтлек, уңыштар һәм яҡты эш көндәре теләйбеҙ!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас