Йәшәйеш
19 Октября , 07:19

Йөрәктәрегеҙ һаман йәр һөйөрлөк, ҡыҙҙар!

Яманһары ауылы һылыуҙары тәбиғәткә сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөрәктәрегеҙ һаман йәр һөйөрлөк, ҡыҙҙар!Йөрәктәрегеҙ һаман йәр һөйөрлөк, ҡыҙҙар!
Йөрәктәрегеҙ һаман йәр һөйөрлөк, ҡыҙҙар!

Тәбиғәт тигәне яндарында ғына - ауылдары матур ерҙә урынлашҡан, уңға барһаң да туғай, һулға барһаң да тау-урман.

Бар ғүмерҙәрен (килен булғаны ла шулай, Яманһары улар өсөн донъялағы иң ҡәҙерле урынға әйләнде күптән) ошо ауылда үткәргән ҡыҙҙар улар, ғүмер яҙҙары, йәйҙәре ошонда үтте, ел-ямғырын, сыуаҡ көндәрен - төрлөһөн күрҙеләр. Бына көҙгә аяҡ баҫтылар. Был миҙгелдәре лә, үҙҙәренең тормош юлы һымаҡ, бигерәк матур. Әхирәттәр бергә йыйылдымы, тимәк, табын була, табын булғас, йыр ҙа була. Йырлағандар (береһенән береһе талантлылар улар).

Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,

hөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты нур тама... 

Икенсеһе саҡ ҡына моңһоуыраҡ:

Олоғайған һайын ярлыҡа, Хоҙайым,
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк.
Йәшлек илдәренең, айлы кистәренә
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек.

Йөрәктәрегеҙ һаман йәр һөйөрлөк, хәлдәрегеҙ ҙә шәп - йәшлеккә йүгереп ҡайтырлыҡ. Матур, сыуаҡ көндәрегеҙ оҙаҡҡа һуҙылһын, һылыуҙар, әле һеҙҙең барыһы ла алда. 

Фотолар Яманһары клубы сәхифәһенән алынды. 

Автор:
Читайте нас