Йәшәйеш
19 Октября , 05:03

Йырлай-йырлай тормош йомғағын һүтәләр

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Дамир Ибраһимовҡа «Көйөргәҙе районының Почетлы ветераны» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был награда — уның намыҫлы хеҙмәтенә тәрән ихтирам билдәһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йырлай-йырлай тормош йомғағын һүтәләрЙырлай-йырлай тормош йомғағын һүтәләр
Йырлай-йырлай тормош йомғағын һүтәләр

Дамир Әбделхәй улының хеҙмәт юлы 12 йәшендә үк колхозда ярҙамсы булараҡ башлана. Артабан да ошо уҡ хужалыҡта көс түгә. Дамир Ибраһимов «Искра» колхозының комплекслы бригадаһы бригадиры булып 30 йыл эшләй. Эшләй ҙә, ауылдаштарын эшләтә лә белә уңған бригадир.

2005 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
«Ул беҙҙең менән һөйләшкәндә лә тәү сиратта ауыл хужалығы тураһында һораша. Кем баҫыуға сыҡҡан, уңыш, һөт кимәле нисек, техника боҙолмаймы? Уны шулар ҡыҙыҡһындыра», — тип һөйләй өлкән улы Урал Ибраһимов.

Дамир ағайҙың иң ҙур хыялы — ҙур һәм татыу ғаилә ҡороу була. Был матур теләге тормошҡа аша: ҡатыны Зифа Ғәзиз ҡыҙы менән тиҙҙән бриллиант туйҙарын билдәләйәсәк улар.

Бәхетле ғаиләлә биш балаға ғүмер бирә Ибраһимовтар. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр, ә ҡайһы берҙәренең хатта икешәр юғары белеме бар. Иң өлкән балалары - ҡыҙҙары Зилә Дамир ҡыҙына, 2010 йылда «БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә. Ул Яҡшембәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Урал Дамир улы Көйөргәҙе районы администрацияһы башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй, 2013 йылда ул «БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙҙары Лилиә менән Әлфиә Өфөлә йәшәйҙәр, береһе үҙенең медицина клиникаһын асҡан, икенсеһе «Рәсәй почтаһы»нда эшләй.
Булат Ибраһимов тыуған ауылы Ҡотлоюлда фермерлыҡ менән шөғөлләнә.

Эштән бушағанда йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, һәр сарала үҙ һүҙҙәрен әйтеп, йырлап, шиғыр һөйләп, байрамдарҙы йәмләп йәшәй Ибраһимовтар. Намыҫлы, уңған, йор һүҙле, йырсы, гармунсы Дамир Әбделхәй улын, уның тормош юлдашын - оҙаҡ йылдар Ҡотлоюл ауылының фельдшеры булып эшләгән Зифа Ғәзиз ҡыҙын, бик ихтирам итә ауылдаштары.

Ибраһимовтар ғаиләһенең бриллиант туйҙарына яҙмыш ҙур бүләк яһаған: уларҙың 10 ейән-ейәнсәре һәм 2 бүләһе бар.
Балалары аталарының төп васыятына әлегә тиклем тоғро. "Ауыр булғанда ла бер ҡасан да бирешмәҫкә, алға барырға. Үҙеңә һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ ярҙамына ышанырға", - ти Дамир Әбделхәй улы.

Дамир Ибраһимов балаларын дөрөҫлөктө яратырға, ғәҙел булырға өйрәткән. Күрәһең, шуға күрә улар барыһы ла аталарына лайыҡлы булып үҫкәндәр.

Атайҙар көнөндә биш балаһы ла уға бәхетле бала саҡтары, тормошта дөрөҫ юл күрһәткәне, ярҙамы, өлгө булыуы өсөн рәхмәт һүҙен әйтә!
Бәхетегеҙ гел түңәрәк булһын, хөрмәтле Ибраһимовтар.

Автор:
Читайте нас