Йәшәйеш
23 Октября , 10:33

Өлгө алырлыҡ гүзәл зат

Мин үҙем Тимербай ауылында үҫеп, ғүмер буйы шунда эшләгән пенсионермын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлгө алырлыҡ гүзәл затӨлгө алырлыҡ гүзәл зат
Өлгө алырлыҡ гүзәл зат

Ниндәй генә эштә эшләмәнем. Береһен дә ауыр тип торманыҡ, барыһын да еренә еткереп башҡарҙыҡ. Гәзиткә яҙыуымдың сәбәбе шул, ауылды ташлап киткән кешеләргә аптырап ҡуям. Барыһына ла миҫал итеп, ғүмер буйы ауылда йәшәгән, бер тырыш гүзәл зат тураһында яҙып үтмәксемен. Ул Кинйә-Абыҙҙа йәшәүсе Хәлилова Розалия Нурислам ҡыҙы. Тормош бит ул һин уйлағанса ғына барып сыҡмай, Розалияның да шулай килеп сыҡты. Үҙе ике бала үҫтереп, уларҙы уҡытып, кеше итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Шлай уҡ 95 йәшкә тиклем ҡарт әнейен дә үҙе тәрбиәләп ҡараны. Хәҙерге көндә ул матур итеп донъя көтә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп хәлен белеп торалар. Торған донъяһы бик матур уның. Күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Розалия ханым ауылда клуб мөдире булып эшләй. Бөтә йәмәғәт эштәрҙе башҡара, бар ергә лә өлгөрә һәм барыһын да еренә еткереп башҡара. Әгәр ҙә эштән ҡурҡмаһаң, ауыл тормошонда йәшәргә була. Һеҙ ҙә, ошондай тырыш кешеләрҙән өлгө алып, ауылдан китергә тигән уйҙы башығыҙҙан сығарып, ауылда йәшәү теләгендә булығыҙ. Ә Розалия Нурислам ҡыҙы менән ысынлап та һоҡланырға ғына ҡала, афарин!
РИШАТ ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы

Автор:
Читайте нас