

–Рәхмәт, барыһы ла яҡшы. Ниндәй яңылыҡтар бар? Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, минең аяҡ йүнәлерме?
– Иртәгә һуңға операция. Еңел генә үтер тип уйламағыҙ, шулай ҙа барыһы ла яҡшы булыр тип өмөт итәм. Әгәр дингә ышанһағыҙ, уҡығыҙ, һорағыҙ..
Таң атҡансы йоҡламаған табип тағы бер күҙ һалды ла, шәп - шәп атлап ҡалған һалдаттар яғына атланы.
Иртәгә изге йома. Аллаһ тәғәләһенә өндәштем:
–Аллаһ был донъя - һынау, Һин беҙгә бөтә нимәне лә бушҡа ғына бирмәйһең кемгәлер – байлыҡ, бәхет, матурлыҡ, юғары дәрәжә, ғилем, ә кемгәлер юғалтыу, ауырыу, хәйерселек яҙаһың. Һин беҙҙән риза булһын өсөн, намаҙҙан туҡтамайым, хәйер саҙаҡаһын да онотмайым, ураҙаны тотоп, иманды ла нығытам. Бар йән эйәһенә миһырбанлы булып, һинең юлыңда хеҙмәт итеп, динебеҙ ҡушҡанды тейешле кимәлдә үтәп, әҙәпле йәшәргә тырышам. Был ҡыҫҡа ғына фани донъяла «Был донъяға мин ни өсөн килгәнмен? Ниндәй маҡсатым бар, дөрөҫ йәшәйемме? Ҡайҙа юл тотам?» – тигән һорауҙар менән йәшәйем.
Аллаһ! Мине һин үлемдән һаҡлап ҡалдың, тимәк мине яратаһың, ташламайһың. Бормалы тормоштоң юлдары дауам итә, алда тағы ла һынауҙар көтә, йәғни «Кеше ғүмере» дауам итә. Рәхмәт һиңә! Алдағы дауалау көнөндә лә мине ҡалдырмаҫһың тип өмөт итәм.
Ошо көндәрҙә миңә ярҙам иткән
Ҡырмыҫҡалы районы травматологы - Николаев Евгений Николай улы, шул уҡ дауаханала ренгентҡа төшөрөүсе, мине бөгөнгө көнгә тиклем ҡурсалаған һылыуым Хусаинова Лиана Варис ҡыҙы, Күгәрсен районы һалдаттарына ярҙам иткән Түәлбаева Эльза Садыҡ ҡыҙы, район терпевты Динеева Регина, социал тәъминәттән Әлиә Тәлғәт ҡыҙы һәм бөгөнгө көндә аяҡты дауалаған травмотог - Семёнов Виталий Геннадьевичҡа айырыуса рәхмәтлемен. Изге эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Аллаһ тәғәләһе үҙегеҙҙе һәр ваҡыт һаҡлаһын. Әмин.
Һинең ерҙәге инәлгән бер бәндәң.
Позывной Верный сәхифәһенән.