Ул да ҡасандыр көпә-көндөҙ, шәм тотоп, "ысын кеше" эҙләп йөрөгән, беҙ, иһә, ысын табип эҙләйбеҙ.
Кисә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы вәкилдәре Өфөгә, Медицина университетына, барып ҡайтты - табиптар кәрәк. Ысыны кәрәк.
Ысыны ялғанынан нимә менән айырыла? Мәҫәлән, йүнәлтмә буйынса уҡырға инә, аҙаҡ ҡойороҡто һыртҡа һалмай. Тыуған еренә, үҙен уҡырға ебәргән ағайҙарын, инәй-бабайҙарын дауаларға ҡайта. Йәки ысын табип янына тиҙ генә, кәрәккән ваҡытта инә алаһың. Ике аҙналар буйы көтөп йөрөмәйһең. Тағы ла ысыны шулай була: уға ышаныслы керәһең, ул һине еренә еткереп ҡарай-тикшерә, дауалай (бушлай), ә шунда уҡ Орхидеяға ебәрмәй.
Өфөгә барғансы баш табип Олег Астахов Ырымбурҙа ла булды, әйткәндәй, унда ла шәм тотоп барғайны.
Көтәбеҙ, өмөт итәбеҙ, ысын табиптарыбыҙ (бынауы йәштәр араһында), моғайын, барҙыр.