Все новости

"Аҡбуҙат"тар Күмертау ҡалаһына эш сәфәре ҡылды

Беренсе осрашыу был ҡалала урынлашҡан Республика политехник лицей-интернатының уҙҙы.

"Аҡбуҙат"тар Күмертау ҡалаһына эш сәфәре ҡылды
"Аҡбуҙат"тар Күмертау ҡалаһына эш сәфәре ҡылды

Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаны, бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитованы уҡыусылар, уҡытыусылар, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан сәләмләнеләр.

Лариса Хашим ҡыҙының ошо ҡалаға ғына бәйле матур баласаҡ хәтирәһе бар икән.
— Мин бәләкәй саҡта Күмертауҙа самолет һәм вертолет етештергәс, бында барыһы ла осоп йөрөйҙөр, был ҡалаға килеп, самолетта, вертолетта осоп булалыр тип уйлай инем, - тине ул һәм Күмертауҙы "хыялдар тормошҡа ашыр ҡала" тип атаны.

Лариса Абдуллина тағы уҡыусылар менән дүрт таяу: тел, дин, батырҙар, шәжәрә хаҡында һөйләште, балаларҙың был йәһәттән белемдәрен тикшереп ҡараны. Алмаз Дәминев биш, Азат Хөсәйенов ете быуынын белә. Азат йәнә моңло итеп йырлай ҙа.

Лицейҙың педагог-китапханасыһы, йәш шағирә Гөлназ Искәндәрова был белем усағында ижад менән шөғөлләнгән балаларҙы "Ҡаурый ҡәләм" түңәрәгенә туплаған. Улар шиғырҙары менән сығыш яһаны.

"Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова сығышында уҡыусыларҙы бала саҡтан күңелдәренең түрендә шытҡан хыялдарына, үҙ-үҙҙәренә хыянат итмәҫкә саҡырҙы.

Сарала Республика политехник лицей-интернатының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Эльвира Зөбәйерова, башҡорт теле уҡытыусыһы Азат Хәлилов, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Әлфиә Шәмиғолова ла һүҙ тотто.

— Беҙ ҙә ҡанатлы, һеҙ ҙә вертолетлы. Осоп-ҡунып башҡорт балаларын тәрбиәләйек! - тине осрашыу һуңында Лариса Абдуллина.

"Аҡбуҙат" журналы Күмертау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс белем биреү мәктәбендәге кескәй дуҫтары менән осрашты.

"Улар дәрес башында биш минут "Аҡбуҙат" журналын уҡый", - ти мәктәп директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова. Ысынлап та, балалар журналдың эстәлеге менән яҡшы таныш булып сыҡты, шуға ла баш мөхәррир Лариса Абдуллина апайҙары менән әңгәмә йәнле барҙы.

Әмирхан исемле малай "Әл-Фатиха" сүрәһен еренә еткереп ятлауы менән һөйөндөрһә, Билал исемле дуҫыбыҙҙың аҙан әйтеүе һоҡландырҙы. 2-се класта ғына уҡыған малай алсаҡ, уйсан, журналда баҫылған теге йәки был материалдарға ҡарата үҙ фекере бар.

Осрашыу күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

Автор:
Читайте нас: