

Сәхнәгә сығыр алдынан бик тулҡынланһам да, юғалып ҡалманым. “Иң моңло сығыш” номинацияһында еңеп сыҡтым һәм “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булдым. Быға өс көн буйы ҡыуанып йөрөнөм. “Юшатыр”ҙарға минең сығышымды юғары баһалауҙары өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Йырсы Линар Белый менән иҫтәлеккә фотоға төшөүем менән дә ҡыуанам. Мин сикһеҙ бәхетлемен.
Киләсәктә табип булырға хыялланһам да, йыр менән шөғөлләнеүемде дауам итергә уйлайым. Йыр сәнғәтендә мин үҙемде таптым, йырлаһам, йәнем тыныслана...
Сабина Шәрипова.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.